Гончаренко Евдокия Борисовна
Вафат булған урыны | |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Вафат булған көнө | 9 апрель 2020 (93 йәш) |
Тыуған көнө | 27 сентябрь 1926 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Тыуған урыны |
Гончаренко Евдокия Борисовна (27 сентябрь 1926 йыл — 9 апрель 2020 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ауыл хужалығы производствоһы новаторы, звено башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949). Украина ССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
Евдокия Борисовна Гончаренко (ҡыҙ фамилияһы — Татаренко) 1926 йылдың 27 сентябрендә Днепропетровск округының Новопокровка ауылында ат ҡараусы Борис Татаренко ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1945 йыл башында Днепропетровск өлкәһенең Покровский районы Буденный исемендәге 65 -се ат заводы бүлегенең баҫыусылыҡ бригадаһында башлай. Буденный исемендәге ат заводы бүлегенең йәштәр звеноһында звено башлығы була.
1948 йылда 40 гектар майҙандың һәр гектарынан 34,4 центнер бойҙай уңышы алғаны өсөн 1949 йылдың 12 сентябрендә «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1949 йылдан — Буденный исемендәге 65-се ат заводы 1-се бүлегенең ер эшкәртеүсеһе. Днепропетровск өлкәһе Солонянский районының Башмачка ауылында Петровский исемендәге колхозда эшләй.
Хаҡлы ялға киткәндән һуң да Днепропетровск өлкәһе Солонянский районының Башмачка ауылында йәшәй.
Украина ССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты, хеҙмәтсәндәре депутаттарының Днепропетровск өлкә Советы депутаты итеп һайлана.
2020 йылдың 9 апрелендә вафат була.
Ғаиләһе: өс улы, биш ейәне, бүләсәләре бар.
Наградалары
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (12.09.1949);
- Ленин ордены (12.09.1949);
- миҙалдар.
Сығанаҡтар
- газета «Зоря» (Днепропетровск) — январь 1951 года.
Һылтанмалар
- Гончаренко Евдокия Борисовна . «Герои страны» сайты.
- Татаренко Евдокия Борисовна.