Гурьев Виктор Михайлович
Виктор Михайлович Гурьев (рус. Гурьев Виктор Михайлович; 1961 йылдың 25 марты, Өфө) — Рәсәй хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре, юрист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Йәмәғәт хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе беренсе урынбаҫары[1].
Биографияһы
Виктор Михайлович Гурьев 1961 йылдың 25 мартында Өфө ҡалаһында тыуған.
1987 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлап, «хоҡуҡ белеме» һөнәре буйынса юрист квалификацияһын ала.
2015 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында дәүләт һәм муниципаль идара итеү йүнәлеше буйынса өҫтәмә белем ала.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
Төп сығанаҡ: [2]
1978 йылдың сентябрендә хеҙмәт юлын Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә авиация двигателдәрен йыйыу буйынса слесарь булып башлай.
1979—1982 йылдарҙа Совет Армияһында һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәтен, шул иҫәптән, Афганистан биләмәһендә үтә.
1982—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡый.
1987 йылда халыҡ-ара «Ҡыҙыл Гвоздика» лагерында командир булып эшләй.
1987—1991 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Калинин районы прокуратураһында тәфтишсе вазифаһын башҡара.
1991—1992 йылдарҙа «Фазис» бәләкәй предприятиеһында юрист булып эшләй.
1992—1994 йылдарҙа «Интер-Лекс» юридик фирмаһының директоры була.
1994—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы прокуратураһында айырыуса мөһим эштәр буйынса тәфтишсе булып эшләй.
2003—2004 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы прокуратураһында өлкән тәфтишсе вазифаһын башҡара.
2004—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы прокуратураһында айырыуса мөһим эштәр буйынса тәфтишсе булып хеҙмәт итә.
2007—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының тәфтиш комитетының (рус.)баш. Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығының бүлек етәксеһе урынбаҫары була.
2009—2017 йылдарҙа айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса 1-се бүлек етәксеһе (шәхескә ҡаршы һәм йәмәғәт хәүефһеҙлегенә ҡаршы енәйәттәр буйынса) вазифаһын башҡара.
2016—2018 йылдарҙа «Спирит» ат спорты клубында ирекмән булып ҡатнаша.
2018—2023 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында ат спортын үҫтереү буйынса «Садко янындағы Ат ихатаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе була.
2023 йылдың октябренән алып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй.
Ғаиләһе
Өс бала атаһы: бер улы, ике ҡыҙы бар[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Төп сығанаҡ: [2]
- юстицияның өлкән кәңәшсеһе;
- юстиция полковнигы;
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
- «За отвагу» миҙалы;
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы;
- «Тәфтиш органдары ветераны» отличие билдәһе;
- Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министрлығы, Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһы, Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты һәм Рәсәй Федерацияһы оборона Министрлығы ведомстволарының маҡтау билдәләре һәм миҙалдары менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Гурьев Виктор Михайлович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026.
- ↑ 1 2 Гурьев Виктор Михайлович. Единая Россия Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026.
Һылтанмалар
- Легендарный уфимский следователь в отставке о службе: У сыщика должно быть звериное чутье (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026)
- Виктор Гурьев: «Бойцы добровольческих батальонов Башкирии из ВДВ мотивированы и настроены на победу» (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026)