Гәрәев Риф Рәхим улы

Гәрәев Риф Рәхим улы (рус. Гареев Риф Рахимович; 24 февраль 1938 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре, 1985—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты.

Биографияһы

Риф Рәхим улы Гәрәев 1938 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының Архангел районы Архангел ауылында тыуған. Милләте башҡорт. Юғары белемле — 1970 йылда Өфө нефть институты тамамлаған.[1]

Хеҙмәт юлын, Өфө индустриаль техникумын тамамлағас, 31-се треста ташсы булып башлай. Артабан шул уҡ треста бригадир була. 1959—1962 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң шул уҡ треста мастер булып эшләй. 1966 йылда КПСС-тың Өфө ҡала комитетында инструктор, бүлек мөдире була. 1978 йылда «Главбашстрой» начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй.

1985—1991 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1989—1991 йылдарҙа РСФСР Коммунистар партияһы Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. [2]

Өфө ҡалаһының Совет районы, 67-се Северо-Посадский һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына халыҡ депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены,
  • «Почёт Билдәһе» ордены,
  • миҙалдар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар