Вәлиева Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы
Вәлиева Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы (21 май 1965 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханасы, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Яңауыл районының «Биләмә-ара мәҙәни-ял итеү үҙәге» муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы директорының халыҡҡа китапхана хеҙмәте күрһәтеү буйынса урынбаҫары, 2012 йылдан район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
Биографияһы
Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы Вәлиева 1965 йылдың 21 майында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Вотяк Ушъяҙы ауылында тыуған.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы (2012).
- Китапхана хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе (2009).
- Райондың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе
- Район ҡатын-ҡыҙҙар советының президиум ағзаһы.
Ҡаҙаныштары
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)