Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы
Гөлсәсәк Табрис ҡыҙы Шәрипова (рус. Гульчачак Табрисовна Шарипова; 1958 йылдың 28 апреле, Кинйәкей, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй театр актрисаһы һәм йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1999). 1989 йылдан — Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы[1].
Биографияһы
1958 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Кинйәкәй ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) тыуған[2]. Бала сағы һәм мәктәп йылдары Әлшәй районының Нарай ауылында үтә[3][1].
Салауат педагогия училищеһын тамамлай. 1983—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан республика мәҙәни-ағартыу училищеһының хор дирижёрлығы бүлегендә уҡый (Л. Ғ. Төхвәтуллина класы). Был уҡыу йорто хәҙер Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы тип атала[3][2].
1989 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театрына М. Буранғоловтың «Шәүрәкәй» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Шәүрә ролен башҡарыу өсөн саҡырыла. Театрҙа драматик, комик һәм музыкаль ролдәр башҡара. Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы[1].
1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы[2].
2026 йылда Г. Хугаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Жил-был…» спектаклендә Кваркан ролен башҡара[1].
Йырсы эшмәкәрлеге
Йыр репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары «Таштуғай», «Һандуғас», «Шәүрә», татар йырҙары «Әллүки» (Ғ. Туҡай шиғырына), «Киңлектә», башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре бар. Р. М. Хәсәновтың «Яран гөлө», Р. Шәфи шиғырына яҙылған «Сейәләр», Ә. А. Таһирова шиғырына Л. Я. Шәрипованың «Матур йыр» йырҙарын башҡара[2].
СССР, Рәсәй, Германия һәм Ҡытай буйлап гастролдәрҙә була[2].
Спектаклдәрҙәге һайланма ролдәре
- Шәүрә — «Шәүрәкәй» (М. Буранғолов; дебют, 1989)[2].
- Сәрүәр — «Башмағым» (Х. Ибраһимов, 1990).
- Фатима — «Әбейҙәргә ни етмәй» (Ф. Бүләков, 1992).
- Рози — «Артабан — тынлыҡ» (В. Дельмар, 1995).
- Абби — «Таштарҙа үҫкән мөхәббәт» (Ю. О’Нил, 1997).
- Мария — «Салауат» (М. Кәрим, 1999).
- Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи, 2000).
- Роза — «Шырау» (Ф. Бүләков, 2001).
- Алтынай — «Мин — ҡатын-ҡыҙ» (З. Атнабаева, 2002).
- Нәсимә — «Игеҙәктәр» (Ә. Атнабаев).
- Суфия — «Байрам ашы — ҡара-ҡаршы» (М. Баһаев, 2004).
- Ҡар королеваһы — «Ҡар королеваһы» (Г. Х. Андерсен, 2004).
- Ефросинья — «Һуғыш ҡатын-ҡыҙ сырайлы түгел» (С. Алексиевич, 2005).
- Айһылыу — «Зәйтүнгөл» (Н. Асанбаев, 2005).
- Сурия — «Шулай булды шул…» (Т. Миңнуллин, 2006).
- Сажиҙә — «Һөйәркәм килгән… Ни эшләргә?» (З. Хәким, 2007).
- Сәғиҙә — «Ул ҡайтты» (Ә. Атнабаев, 2009).
- Зарифа — «Бес в ребро» (М. Багаев, 2010).
- Хариза — «Сейәле тау» (Н. Асанбаев, 2011).
- Рәйлә — «Приехали девушки в село» (Н. Ғәитбаев, 2013).
- Хәмдебаныу — «Старик из деревни Альдермеш» (Т. Миңнуллин, 2014).
- Тамара — «Эх, Уфимские девчата» (И. Абдуллин, 2015).
- Ҡатын — «Земляки» (М. Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса А. Фёдоров инсценировкаһы, 2016).
- Әсә — «Беруши» (О. Жанайдаров, 2019).
- Өләсәй — «Беҙҙең өйҙөң йәме» (М. Кәрим, 2019).
- Зөбәйҙә — «Осторожно, сваха» (С. Сурина, 2020).
- Жанна Борисовна — «Горка» (А. Житковский, 2021).
- Ҡаныш — «Ынйыҡай һәм Юлдыҡай» (Х. Ғәбитов, Г. Сәләмәтов инсценировкаһы, 2022).
- Мәҙинә — «Go, Баламишкин» (Ф. Бүләков, 2022).
- Хор — «Ярлыҡау» (М. Кәрим, 2023).
- Кваркан — «Жил-был…» (Г. Хугаев, 2026)[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Илһам Шәкиров исемендәге «Татар йыры» халыҡ-ара конкурсының I премияһы (1993).
- Нефтекамала үткән «Дуҫлыҡ йыры» фестиваленең I премияһы (1995).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1999).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (2023 йылдың 25 авгусы)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Шарипова Гульчачак Табрисовна. Салаватский государственный башкирский драматический театр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 З. В. Сәйфуллина. Шәрипова Гөлсәсәк Табрис ҡыҙы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2026.
- ↑ 1 2 Шарипова (Кашапова) Гульчачак Табрисовна. Отдел культуры администрации Альшеевского района Республики Башкортостан (20 ғинуар 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2026.