Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы
Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева (рус. Янбаева Гульфия Гареевна; 1953 йылдың 16 октябре, Ҡанаҡай ауылы) — башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты (III, IV), Башҡарма комитеты кәңәшмәһе ағзаһы һәм Башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары булды. 2019 йылдан Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
Республика баш ҡалаһында башҡорт телендә баҫтырылған «Киске Өфө» ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенә нигеҙ һалыусы (2002) һәм баҫманың баш мөхәррире (2002 йылдың ноябрь айынан).
Биографияһы
Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева Башҡорт АССР-ының Маҡар районы Маҡар районы[1] Ҡанаҡай ауылында 1953 йылдың 16 октябрендә тыуған.
1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1976 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй башлай. 1980 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре, 1995—1998 йылдарҙа һәм 2002 йылдың февраленән октябренә тиклем «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире булып эшләй.
2002 йылдың ноябрь айынан баш ҡаланың башҡорт телендә сыҡҡан «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире[2].
2023 йылда төбәк матбуғатын үҫтереүгә, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға индергән өлөшө өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнә. Тантаналы сара Милли берҙәмлек көнөндә Башҡортостан дәүләт концерт залында үтте, ә награданы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (Конгрессы) башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары
- Республика «Ағинәй» ҡоро етәксеһе[4].
- 20198 йылдың 14 майынан Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе[5].
Ижади эшмәкәрлеге
Гөлфиә Янбаева «Йөрәккә уйылған ғәм» исемле китап авторы. Был китап 2006 йылда баҫылап сыҡҡан һәм шул уҡ йылда Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булған[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (2023)[7]
- Салауат Юлаев ордены (2019)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)
- Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2006)
- Рәми Ғарипов исемендәге премия.
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» отличие билдәһе (2012)[8]
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) (2023).
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ Киске Уфа 2016 йылдың 9 апрель көнөндә архивланған. // Башкирская энциклопедия 2020 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған.. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- ↑ Лейла Аралбаева. В День народного единства Глава Башкирии вручил государственные награды. Башинформ (4 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025.
- ↑ В Уфимской городской башкирской гимназии № 20 состоялся Курултай башкир Советского района
- ↑ Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайын Гөлфиә Янбаева етәкләй (Тикшерелеү көнө: 14 май 2019)
- ↑ Профессионализм и яркий талант в одном человеке 2015 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ В День народного единства Глава Башкирии вручил государственные награды. ИА «Башинформ», 4 ноября 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2023)
- ↑ glavarb.ru/rus/dokumenti/spisok%2030.12.doc
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал Башкортостан. Янбаева Гульфия Гареевна (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2023)