Дауытов Нәғим Яҡшығол улы
Дауытов Нәғим Яҡшығол улы (12 декабрь 1921 йыл — 1986 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сержант. Педагог. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[1][2].
Биографияһы
Дауытов Нәғим Яҡшығол улы 1921 йылдың 12 декабрендә хәҙерге Ишембай районы Юлдаш ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ педагогия техникумын тамамлай. Һуғышҡа тиклем Юлдаш башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1941 йылдың 4 апрелендә Воскресенский районы военкоматы тарафынан хәрби хеҙмәткә алына[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Т. Т. Күсимов етәкселек иткән 275-се кавалерия полкында (58-се гвардия кавалерия полкында) хеҙмәт итә. Хәрби званиеһы — сержант. 1943 йылдың 4 ғинуарында дошман батареяһының урынын билдәләй, һәм ул юҡ ителә. Шул уҡ көндө автоматтан дошмандың һигеҙ һалдатын юҡ итә. Был ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән баһалана[1][2].
1943 йылдың февралендә йәрәхәтләнеп, госпиталгә эләгә.
Һуғыштан һуң Ишембай районы Юлдаш ауылы башланғыс мәктәп мөдире булып эшләй.
1986 йылда вафат була.
Ғаиләһе
Ҡатыны — Факиһа Сәйфулла ҡыҙы (Кинйәкәй ауылынан). Балалары: Рәмзиә, Назия, Рәйеф, Вәлимә, ?.
Наградалары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943, 1944)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- юбилей миҙалдары
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Память народа. Даутов Нагим Якшыгулович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- ДАУТОВ Нагим Якшигулович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)