Дезире Шведская

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Герб
Armes des Princesses Brigitte, Margaretha et Désirée de Suède.svg
Гражданлығы
Дата крещения 30 июнь 1938
Хәләл ефете Baron Niclas Silfverschiöld[d]
Атаһы Густав Адольф Оскар Фредерик Артур Эдмунд[d][1]
Әсәһе Сибилла Саксен-Кобург-Готская[d][1]
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Уҡыу йорто
Социаль синыф член королевской семьи[d]
Титул принцесса Швеции[d] и баронесса[d]
Префикс титула Королевское высочество[d]
Нәҫеле Бернадоты[d] и Silfverschiöld family[d]
Һөнәр төрө аристократка
Балалары Baron Carl Silfverschiöld[d][1], Baroness Christina-Louise Silfverschiöld[d][1] и Baroness Hélène Silfverschiöld[d][1]
Рәсем
Тыуған көнө 2 июнь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (86 йәш)
Бер туғандары Маргарет Шведская, Биргитта Шведская, Кристина и Карл XVI Густав[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Драгоценной короны кавалер Большого креста ордена Святого Олафа орден Серафимов
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Елизавета Дезире Сибилла, баронесса Сильвершельд (швед. Prinsessan Désirée Elisabeth Sibylla Silfverschiöld, 2 июнь 1938 йыл) — швед принцессаһы, Вестерботтен герцогы Густавтың һәм принцесса Сибилла Саксен-Кобург-Готтың өсөнсө ҡыҙы. Король Карл XVI Густавтың дүрт апаһы арраһындағы иң өлкәне.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хаг Һарайы — ҡунаҡ ҡабул итеү фасады.

Принцесса Дезире Елизавета Сибилла Стокгольмдың Хаг Һарайында 1938 йылдың 2 июнендә тыуған. Уның атаһы-швед тәхете вариҫы Вестерботтен герцогы Густав Адольф һәм әсәһе-принцесса Сибилла Саксен-Кобург-Готт. Принцессаның өлкән апалары Маргарет һәм Биргитта, 1943 йылда уның принцесса һеңлеһе Кристина тыуа, ә 1946 йылда, ниһайәт, — Карл, буласаҡ король (1973 йыл) тыуа. Принцесса, апалары кеүек үк Хаг һарайында тыуа һәм бала саҡта улар менән бергә Хаг принцессаһы тип аталып йөрөй.

Атаһы яғынан ике туған апаһы — Дания королеваһы Маргрете II.

1947 йылда принцессаның атаһы үҙенең атаһы һәм ҡартатаһы тере саҡта авиакатастрофала һәләк булған.

1963 йылдың 18 авгусында Король һарайы принцесса Дезире менән швед аристократы барон Нилс Август Сильвершёльдтың (1934—2017) туйын иғлан итә. Кейәү егет барон Карл Сильвершёльд һәм Мадлен Беннихтың улы була. 1963 йылдың 5 июнендә улар Стокгольмдың Изге Николай сиркәүендә никахлаша. Никах арҡаһында принцесса «ЕЕ Королевское Высочество» титулын юғалта һәм бынан һуң ул "Принцесса Дезире, баронесса Сильвершельд "булып билдәле була. Олатаһы король Густав VI Адольф һәм королева Луизанан бүләккә бриллиант тиара ала[2].

Принцесса Дезире туй көнөндә.

Никахта тыуған өс балаһы ла Швеция тәхетенә дәғүә итә алмай.

  • Уларҙың улы барон Отто Эдмунд Сильвершельд (1965) — 2005 йылда Мария Фредрикссонға өйләнә (тыуған 1965);
  • ҡыҙы Кристина Мадлен Луиза Ева, баронесса Сильвершельд (тыуған 1966) — барон Ханс де Гейер аф Финспонг (тыуған 1963) ҡатыны. Уларҙың улы Ян де Гейер кронпринцесса Виктория Шведскаяның туйында паж була[3];
  • Елена Ингеборга Сибилла, баронесса Сильвершельд (тыуған 1968) — короле Карл ХVI Густав һәм королева Сильвияның 1976 йылда үткән туйында кәләштең әхирәте була, шулай уҡ 1977 йылда принц Бертиль һәм Лилиан Девистың туйында ла кәләш әхирәте була.

Принцесса Дезире туйҙан һуң Куберг замогында, шулай уҡ Госевадхольм замогында — үҙенең ире имениеһында йәшәй[4]. Ул швед короле ғаиләһенең бөтә ваҡиғаларында әүҙем ҡатнаша. Принцесса Дезире һәм уның ире дәүләт төшкө аштарында һәм һәр төрлө ҡабул итеүҙәрҙә ҡатнаша.

Принцесса, уның ире, балалары 2010 йылда кронпринцесса Викторияның туйына, шулай уҡ 2013 йылдың июнендә принцесса Мадлендың туйына ҡунаҡ итеп саҡырыла. Кронпринцесса Викторияның суҡындырыу әсәһе.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дама Ордена Серафимов (Швеция)[5];
  • Королевский семейный орден короля Карла XVI Густава (1973);
  • Юбилейная медаль Его Величества короля Карла XVI Густава (30 апреля 1996);
  • Памятная медаль Рубинового юбилея короля Карла XVI Густава (15 сентября 2013)[6];
  • Памятная медаль к 70-летию короля Швеции Карла XVI Густава (30 апреля 2016)
  • Большой крест Ордена Святого Олафа (1992);
  • Большой крест Ордена Драгоценной короны (2000)[7];

Шәжәрәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Lundy D. R. Desiree Elizabeth Sibylla Bernadotte, Princess of Sweden // The Peerage (ингл.)
  2. Тиары принцесс Хага
  3. Zimbio
  4. Gasevadholm.
  5. Noblesse et Royautés 2013 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған., King’s sisters attending Victoria’s wedding, 19/06/2010, Group photo
  6. Ruby Jubilee in Sweden
  7. Princess Lilian, Princess Désirée and Princess Christina, Grand Cordon of the Order of the Precious Crown