Денеб (йондоҙ)

КоординаталарыSky map 20ч 41м 25,9с_+45° 16′ 49″

Денеб (йондоҙ) —— Аҡҡош α‑һы, ифрат гигант аҡ йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 1m,26. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 40 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән 1400 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ ярымшар йондоҙлоғона ҡарай. Альтаир һәм Вега менән бергә ҙур йәйге өсмөйөштө барлыҡҡа килтерә. Башҡортостан территоряһында байымай торған яҡтыртҡыс, йыл әйләнәһенә күренә. Август‑сентябрҙә, төн уртаһында Денеб офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (79°) күтәрелгән саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор.

Иҫкәрмәләр

  1. Deneb - Pulsating variable Star (ингл.). SIMBAD. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ноябрь 2013.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар