Джудит Батлер

Джудит Батлер (ингл. Judith Butler; 24 февраль 1956 йыл) — Америка Ҡушма Штаттары философы, постструктурализм вәкиле, феминизм, квир-теория, сәйәси философия һәм этика мәсьәләләренә ҙур йоғонто яһаусы[1].

Биографияһы

Джудит Батлер 1956 йылдың 24 февралендә АҠШ-тың Огайо штатындағы Кливленд ҡалаһында урыҫ һәм венгр сығышлы йәһүд ғаиләһендә тыуған[2]. Беннингтон колледжында уҡыған, ә һуңынан Йель университетында философия өйрәнгән, 1978 йылда бакалавр дәрәжәһен, 1984 йылда доктор дәрәжәһен ала. 1984—1993 йылдарҙа Уэслиан университетында, Джордж Вашингтон Университетында, Джонс Холкинс Университетында уҡыта. 1993 йылдан Калифорния университетында профессор риторика һәм сағыштырма әҙәбиәт профессоры.

Джудит Батлер феминизм һәм шәһүәтле мәсьәләләрен тикшереп, постструктуралистик традицияла эшләй. Уның ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе— сәйәси теория, һуңғы эштәрендә йәһүд философияһына мөрәжәғәт итә.

Тәнҡит

1999 йылда америка философы Марта Нуссбаум Джудит Батлерҙы үҙ мәҡәләһендә тәнҡитләй. Нуссбаум Батлерҙы шәхси «перформанстар» файҙаһына ойошторолған сәйәси көрәштән баш тартыуҙа һәм аңлы рәүештә буталсыҡ яҙыу стилендә ғәйепләй[3].

Китаптары

  • 2013: Dispossession: The Performative in the Political, coauthored with Athena Athanasiou : ISBN 978-0745653815
  • 2012: Parting Ways: Jewishness and the Critique of Zionism : ISBN 0-231-14610-8
  • 2011: The Question of Gender : Joan W. Scott’s critical feminism : ISBN 0-253-35636-9
  • 2011: The Power of Religion in the Public Sphere : ISBN 0-231-15645-6
  • 2009: Frames of War: When Is Life Grievable? : ISBN 1-84467-333-2
  • 2007: Who Sings the Nation-State?: Language, Politics, Belonging (с Гаятри Спивак) : ISBN 1-905422-57-1
  • 2005: Giving An Account of Oneself : ISBN 0-8232-2504-6
  • 2004: Undoing Gender : ISBN 0-415-96923-9
  • 2004: Precarious Life: The Powers of Mourning and Violence : ISBN 1-84467-544-0
  • 2003: Women and Social Transformation (с Элизабет Бек-Герншайм и Лидией Пигверт) : ISBN 0-8204-6708-1
  • 2000: Contingency, Hegemony, Universality: Contemporary Dialogues on the Left (с Эрнесто Лакло и Славоем Жижеком) : ISBN 1-85984-278-X
  • 2000: Antigone’s Claim: Kinship Between Life and Death : ISBN 0-231-11895-3
  • 1997: The Psychic Life of Power: Theories in Subjection : ISBN 0-8047-2812-7
  • 1997: Excitable Speech: A Politics of the Performative : ISBN 0-415-91587-2
  • 1993: Bodies That Matter: On the Discursive Limits of «Sex» : ISBN 0-415-90365-3
  • 1990: Gender Trouble: Feminism and the Subversion of Identity : ISBN 0-415-38955-0
  • 1987: Subjects of Desire: Hegelian Reflections in Twentieth-Century France : ISBN 0-231-06451-9

Рус телендәге баҫмалары

  • Заметки к перформативной теории собрания / Джудит Батлер. — М.: Ад Маргинем Пресс, 2018. — 248 с.
  • Психика власти: теории субъекции. Харьков: ХЦГИ; СПб.: Алетейя, 2002
  • Лакан, Ривьер и стратегии маскарада// Гендерная теория и искусство. Антология: 1970—2000. — М.: РОССПЭН, 2005. — С. 422—441

Танылыуы

Теодор В. Адорно премияһы лауреаты (2012) .

Иҫкәрмәләр

  1. Judith Butler.
  2. Regina Michalik. Interview with Judith Butler. Lola Press (май 2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2010. 2006 йылдың 19 декабрь көнөндә архивланған.
  3. Nussbaum, Martha. The Professor of Parody: The Hip Defeatism of Judith Butler // The New Republic. — 1999. — № 22. — P. 37—45.

Һылтанмалар