Диалектика

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Диале́ктика (бор. грек. διαλεκτική — урыҫса искусство спорить, вести рассуждение; башҡортса бәхәсләшеү, фекер алышыу оҫталығы) — философиялағы дәлилләү һәм нигеҙләү (аргументация) ысулы. Бер үк ваҡытта ул шулай уҡ фекерләүҙең уйланған йөкмәткеһендә булған ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы тикшереүсе теоретик фекерләү формаһы һәм алымы.[1] Диалектик материализмда — материаль донъя үҫешенең дөйөм тәғлимәте һәм бер үк ваҡытта танып белеү теорияһы һәм логикаһы. Диалектик ысул Европа һәм Һинд философияһында төп алымдарҙың береһе булып һанала. «Диалектика» һүҙенең бөгөнгө мәғәнәлә ҡулланылыу башы боронғо грек философияһынан килә һәм уның киң билдәлелек (популярлыҡ) яулауына башлыса Платондың "Диалогтар"ы сәбәпсе була. Уларҙа төрлө фекерҙә булған ике йәки унан да күберәк әңгәмәсе, үҙ уйҙары менән уртаҡлашыу юлы аша хәҡиҡәтте табырға тырыша. Гегелдән башлап диалектикa күренеш менән ваҡиғаларҙы үҙгәрешһеҙ һәм бер-береһенән бойондороҡһоҙ тип ҡараған фекерләү алымы булған метафизикаға ҡаршы ҡуйыла[2].

Философия тарихында билдәле аҡыл эйәләре диалектика төшөнсәһен түбәндәгесә билдәләгән:

  • йәшәйештең мәңгелек үҫеп-нығыныуы һәм үҙгәреүсәлеге хаҡындағы тәғлимәт (Гераклит)[3];
  • ярҙамсы һорауҙар ҡуйып уларға системалы яуаптар алыу юлы менән хәҡиҡәтте аңлап-төшөнә торған әңгәмә (диалог)

оҫталығы (Сократ)[4];

  • күренеш һәм ваҡиғаларҙың иң юғары (идеаль) асылына төшөнөү маҡсатында төшөнсәләрҙе айырып бүлгеләү һәм берләштереү алымы (Платон)[3];
  • фәнни тикшеренеүҙәрҙең дөйөм ҡағиҙәләренә, йәки, уның менән берүк булған, — дөйөм урындарына ҡағылышлы фән (Аристотель)[5];
  • ҡапма-ҡаршылаҡтарҙың тап килеүе тураһындағы тәғлимәт (Николай Кузанский, Джордано Бруно)[3];
  • бер бөтөн һәм абсолют (тулы) белемгә ынтылып, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙа ҡотолғоһоҙ буталған кешенең аңындағы ысынбарлыҡты боҙоп күҙ алдына килтереүҙәрен (иллюзияларын) тарҡатыу һәм юҡҡа сығарыу алымы (Иммануил Кант)[3];
  • йәшәйеш, рух һәм тарих үҫешенең эске этәреү көстәре булараҡ ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы дөйөм танып белеү алымы (Гегель)[3];
  • ысынбарлыҡты һәм уның революцион үҙгәреүен аңлау өсөн нигеҙ итеп ҡабул ителгән тәғлимәт һәм алым (марксизм-ленинизм)[3].

Аңлатманың үҫеш тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе философик тәғлимәттәр бынан 2500 йыл элек Һиндостанда, Ҡытайҙа һәм Боронғо Грецияла барлыҡҡа килгән. Улар тарҡау материалистик (стихийно-материалистический) һәм ябай диалектик характерҙа була. Антик диалектика, тарихи күҙлектән ҡарағанда, диалектиканың беренсе формаһы була.[6] Көнсығыш илдәрҙә лә теоретик фекерләү шундай уҡ юл үтә: фекерләү категорияларының парлылығына таяныу, эзотерик (йәшерен) һәм барыһына ла билдәле философик йүнәлештәрҙә һәм мәктәптәрҙә төрлө, тура ҡапма-ҡаршылыҡҡа тиклем үҫешкән аңлатмаларҙың һәм идеяларҙың, образдарҙың һәм символдарҙың берҙәм нигеҙең эҙләү. Европа өсөн уларҙың экзотик формаһы бигүк ғәҙәти түгел, әммә ул — фекерләнгәндең йөкмәткеһендәге ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың берҙәмлеге һәм көрәше формаһы. Ул мысыр, ғәрәп, фарсы, һинд, ҡытай һәм башҡа көнсығыш аҡыл эйәләрен теоретик фекерләүҙең дөйөм формаларын аңлауға, уларҙы йөкмәткеле классификациялауға һәм, уларҙың үҙ-ара билдәләнеүенең төплө нигеҙен эҙләүгә килтерә. Һәм уларҙың күпселегенең үҙәгендә — йәшәйештең мәңгелек мәғәнәһен төплө аңлауҙың фани донъяның ығы-зығылы хәл-ваҡиғаһына ҡапма-ҡаршылығы. Бындай һәләтлеккә етеү юлы кисерештәр һәм хәл-ваҡиғаың ҡапма-ҡаршылы яҡтарын еңеп сығыу аша үҙең һәм донъя менән гармонияға етеү.[7]

Антик осор диалектикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге осор грек классик философтары дөйөм һәм мәңгелек хәрәкәт тураһында һөйләһәләр ҙә, йыһанды тамамланған һәм бөтөн рәүешендә, ниндәйҙер мәңгелек һәм тынлыҡта булыусы итеп күҙаллағандар. Гераклит һәм башҡа грек философтары мәңгелек үҫеү, хәрәкәт формулаһы — ҡапма-ҡаршылыҡтар берҙәмлеге тип иҫәпләгән. Аристотель хәрәкәт һәм күплек төшөнсәләрен аңларға тырышыу барышында килеп сыҡҡан ҡаршылыҡтарҙы тикшергән Зенон Элейскийҙы диалектиканы уйлап сығарыусы тип һанаған. Гераклит һәм элеаттар мәктәбе философияһы нигеҙендә икенсе философик йүнәлеш вәкилдәре булған софистарҙа артабан бөтөнләй кире диалектика тыуа: бер-береһенә ҡаршы булған әйберҙәрҙең һәм төшөнсәләрҙең туҡтауһыҙ алмашыуында улар кешелек белеменең сағыштырмалығын күргән һәм диалектика һәм әхлаҡты шикләнеүҙе фекерләү нигеҙе итеп ҡараған скептицизмға йәки объектив ысынбарлыҡты танып белеү мөмкинлеген инҡар иткән идеалистик йүнәлешкә алып барып еткергән.

Аристотель мөмкин булған фекерҙәр тураһындағы фән — «диалектика»ны иҫбатлауҙар хаҡында фән һаналған «аналитика»нан айырып ҡарай. Дүрт сәбәп — матди, формаль, этәргес (хәрәкәткә килтереүсе) һәм маҡсатлы — хаҡындағы тәғлимәтендә Аристотель был дүрт сәбәп һәр әйберҙә бер иш һәм уның үҙе менән берҙәй (тождественный) була тип раҫлаған.

Традицион ҡытай философияһындағы диалектика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡытай философияһындағы диалектиканы ғәҙәттә инь һәм ян категориялары менән бәйләйҙәр. Улар үҙ сиратында һүлпән (пассив) ҡатын-ҡыҙ көсө — инь менән көслө (актив) ир-ат көсө — яндың үҙ-ара үҙ-ара тәьҫир итешеүе тураһындағы боронғо күҙаллаулауҙарға барып тоташа[8]. Ҡытай аҡыл эйәләре күҙлегенән, был категориялар күренештәрҙең ҡапма-ҡаршы яҡтарының бер-береһе менән үҙ-ара бәйләнешен һәм әүерелеүен сағылдыра. Мәҫәлән, «Ян» — яҡты (светлое), «Инь» — ҡараңғы (темное); «Ян» «Инь»гә күсә — ҡаты йомшара (жесткое размягчается); «Инь» «Ян»ға күсә — ҡараңғы яҡтыра (темное светлеет) һ.б.

Ғаләмде тултырыусы, тормошто булдырыусы һәм һаҡлаусы беренсел субстанциялар, йәки Ян и Инь көстәре, «Ицзин» китабында яҙылғанса, тәбиғәттәге биш элементтың: метал, ағас, һыу, ут һәм ер; биш тәбиғи хәл-тороштоң: еүешлек, ел, йылы, ҡоролоҡ, һыуыҡ; кешенең биш төп функцияһын: мимика, телмәр, күреү, ишетеү, фекерләү; һәм биш төп ярһып-ҡыҙыуҙың (аффекттың): хәстәр-ҡайғыртыу, ҡурҡыу, асыу, шатлыҡ, хыялға биреүсәнлек асылының нигеҙе була.[9]

Урта быуаттарҙағы диалектика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта быуаттарҙа диалектика «Ете ирекле сәнғәт» тип йөрөтөлгән уҡыу фәндәре исемлегенә инә, ә киң мәғәнәлә ғәҙәттә һорауҙар һәм яуаптар ярҙамында бәхәс алып барыу маһирлығын, теге йәки был һорау буйынса ихтимал һәм дөрөҫкә оҡшаш дәлилдәр йәки ошо ике төрлө нигеҙҙән сығып һығымта яһауға ҡоролған фекерләү ысулын (силлогизмдарҙы) ҡулланыуҙы үҙләштереү, шулай уҡ төшөнсәләрҙе кластарға, әйберҙәрҙе төркөмдәргә һәм төрҙәргә бүлеү оҫталығын аңлатҡан.

Киләсәк күп йәһәттән диалектика нигеҙендә аңлатылған. Алла-Улдың камил булмаған «ер донъяһы» һәм Алла-Атаның һәр яҡлап килгән «күк йөҙөндәге донъяһы» бер-береһе менән серле (мистик) Алла-Зат (Бог-Дух) ярҙамында ғына түгел, ә диалектик фекерләү аша ла бәйләнгән. Диалектиканың урта быуаттар философияһында булған мөһим элементтарҙы, шул иҫәптән инҡарҙы инҡар итеү законын (закон отрицания отрицания) һуңыраҡ Гегель һәм коммунистик философия үҙҙәренең «тәбиғәт, йәмғиәт һәм фекерләү диалектикаһы»на индергән. Урта быуаттар диалектикаһының маҡсаты — донъяны ике юҫыҡтан: дини һәм ерҙәге ҡараштан аңлатыу булған. Урта быуаттар мәҙәниәте ерҙәге һәм күктәге, рухи һәм есемле, йәшәү һәм үлем кеүек ҡапма-ҡаршы төшөнсәләрҙе үҙендә берләштерә.[10]

Урта быуаттарҙа монотеистик (бер аллалыҡ) диндәрҙең хакимлек итеүе диалектиканы алла хаҡындағы һәм дини белем буйынса ғилем булған теология өлкәһенә күсерә; Аристотель фекерҙәре һәм неоплатонизм идеялары шәхси абсолют хаҡында схоластик (формаль) нигеҙҙә әҙерләнгән тәғлимәт булдырыу өсөн ҡулланыла. Неоплатониктар (Плотин, Диадох Прокл) «диалектика» һүҙен Бер бөтөнгә кире ҡайтыу өсөн Бер бөтөндән сыҡҡан фәнни анализ һәм синтезды аңлатыу өсөн ҡулланған. Николай Кузанский диалектика идеяларын белем һәм белмәүҙең, максимум һәм минимумдың ярашыуы (оҡшауы), шулай уҡ мәңгелек хәрәкәт, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың тап китеүе һ.б. хаҡындағы тәғлимәтендә артабан үҫтерә[11].

Немец классик философияһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Немец классик идеализммы ысынбарлыҡты бер үк ваҡытта белем (познание-танып белеү) һәм эшмәкәрлек предметы итеп ҡараған. Мәҫәлән, Кант диалектик идеяларҙы үҙенең танып белеү теорияһында «антиномия» тураһындағы тәғлимәтендә артабан үҫтерә. Әммә уның фекеренсә, аҡыл диалектикаһы — тормошҡа ашмай торған өмөт, буш хыял (иллюзия), һәм уй бер күренештәрҙе танып белеү менән генә билдәләнгән сиктәргә ҡайтыу менән ул юҡҡа сыға. Категория сығарыуҙың мөһим диалектик идеялар сағылдырған «антитетик» ысулын һуңыраҡ Иоганн Фихте үҙенең танып белеү тәғлимәтендә (урыҫса — «Наукоучение» хеҙмәте) нығыта. Иммануил Кантка эйәреп, Фридрих Шеллинг тәбиғәттәге процестарҙы диалектик аңлауҙы артабан камиллаштыра.

Диалектика төшөнсәһе Гегель философияһында мөһим урын алып тора. Уның өсөн диалектика — бер билдәләмәнең икенсе билдәләмәгә күсеүе һәм уларҙың бер яҡлы һәм сикләнгән булыуының танылыуы, йәки үҙ-үҙҙәрен инҡар итеүе. Шуға ла Гегель диалектикаһы — «фән йөкмәткеһенә эске (имманет) бәйләнеш һәм зарурлыҡ индергән берҙән-бер принцип һәм фекерҙе һәр төр фәнни йәйелдереүҙе хәрәкәткә килтереүсе рух, йән...».

Тарихтың урта быуаттар концепцияһы Гегель диалектикаһының ныҡлы нигеҙен тәшкил итә — Алла һәм кеше тураһындағы христиан доктринаһының кешелек йәмғиәтенә яраклаштырып артабан үҫтереү. Бынан сығып, Гегель диалектикаһы — Алла менән кеше бәйләнешен христиандарса аңлауҙың төп идеяларын йәмғиәткә ҡарата ғына түгел, ә бар тәбиғәткә лә йәйелдереү (таратыу). Гегель диалектикаһының төп идеялары түбәндәгегә ҡайтып ҡала: «...һәр һуңғы, ныҡлы һәм аҙаҡҡы булыу урынына, киреһенсә, үҙгәреүсән һәм күсеүсән», сөнки «үҙ-үҙендә икенсе төрлө булараҡ, һәм был туранан-тура һәм тәбиғи, үҙ-үҙенең ҡапма-ҡаршылығына күсә».[10]

Марксизмдағы диалектика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карл Маркс менән Фридрих Энгельс, үҙ хеҙмәттәрендә диалектика төшөнсәһен материалистик күҙлектән ҡуллана. Тарихтың Гегель һүрәтләгән диалектик үҫешенә Маркс материалистик яҡтан ҡарай. Уныңса быларҙың бөтәһе лә — тарих фәне, һәм ул уны ғилми юл менән яҙырға тырыша.

Маркс аңды айырым, үҙ аллы асыл итеп түгел, ә материяның үҙ-үҙен сағылдырыу үҙенсәлеге итеп аңлай. Материя даими хәрәкәттә һәм үҙ аллы үҫешә. Диалектика — материяның үҫеш ҡанундарын сағылдырыусы. Үҙенең диалектикаһының Гегель диалектикаһынан айырымлығын Маркс Гегель философияһы баштан-аяҡҡа түңкәрелгән тигән раҫлауҙа күрһәтә. Гегель диалектикаһын уға марксизм диалектикаһында аңлатма биреүҙән, мәғәнәһен асыуҙан (интерпретациянан) айырып ҡарарға кәрәк. Үҙ диалектикаһының Гегель диалектикаһынан айырымлығын түбәндәгесә һүрәтләй:[12]

Минең диалектик методым нигеҙҙә Гегель методынан айырыла ғына түгел, ә уға туранан-тура ҡапма-ҡаршы. Гегель өсөн үҙе хатта идея исеме аҫтында үҙ аллы субъектҡа әйләндергән фекерләү процесы — ысынбарлыҡты тыуҙырыусы (демиург) һәм бары уның тышҡы сағылышы. Миндә, киреһенсә, идея башҡа нәмә түгел, ә кешенең башына индереп ултыртылған һәм унда үҙгәртелгән материя.

Маркс ҡарашын яҡлаусылар, башлыса Советтар Союзында, үҙенә башҡа айырым философик мәктәп — диалектик материализм булдырҙы. Был философик ҡараштың асылы иҫке мәғәнәләге философияның юҡҡа сығарылыуына һәм уның үҙ урынын фәнни тәғлимәткә биреүенә ҡайтып ҡала. Шулай итеп, марксист-философ алдына Гегель диалектикаһын материалистик күҙлектән системаға һалыу бурысы ҡуйыла.

...барлыҡ элекке философиянан формаль логика һәм диалектиканы тәшкил итеүсе — фекерләү һәм уның ҡанундары хаҡындағы тәғлимәт кенә...үҙаллы әһәмиәтен һаҡлап ҡала. Ҡалғаны тәбиғәт һәм тарих тураһындағы ыңғай фәнгә инә.

— Маркс К.., Энгельс Ф. Соч. Т. 20. С. 25.

1960—1980 йылдар диалектик материализмында Гегель тәҡдим иткән төп уй-фекерҙәрҙең ҡайһы берҙәре «принциптар», икенселәре — «закондар» тип йөрөтөлә. Был системалаштырыу түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

  • дөйөм үҙ-ара бәйләнеш принцибы — бар нәмә бөтә нәмә менән бәйләнештә, бары тик кеше белеменең сикләнгәнлеге генә бөтә был булған бәйләнештәрҙе күрергә мөмкинлек бирмәй;
  • үҫеү принцибы — матди һәм идеаль объекттарҙың универсаль үҙенслектәре булараҡ уларҙың йүнәлешле һәм законлы үҙгәреүе; материяның түбән формаларҙан юғарыларына табан ынтылышлы хәрәкәт итеүе, спираль буйынса ҡапма-ҡаршылыҡтар, инҡар итеүҙе инҡар итеү, алдағы этаптарҙы ҡабатлау аша үҫештең тағы ла юғарыраҡ баҫҡысына хәрәкәт;
  • ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың үҙ-ара бәйләнеше һәм көрәше законы — үҫеш барышында әйберҙәрҙең үҙ-үҙенә ҡаршы булған хәлгә килеүе (ҡапма-ҡаршылыҡ йәки диалектик ҡаршылыҡ аңлатмаһы барыбер билдәләнмәй ҡала);
  • һан-күләм яғынан үҫештең сифат үҫешенә күсеү законы — үҫешеүсе объекттарҙың һан-күләм йәһәтенән аҡрынлап үҙгәреүҙәрҙе туплауы һәм артабан уларҙың сифат йәһәтенән үҙгәреүенә һикерешле күсеүе;
  • инҡар итеүҙе инҡар итеү законы.[10]

Совет һәм Рәсәй философияһында диалектика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет осоронда диалектиканың берҙән-бер рөхсәт ителгән формаһы булып материалистик диалектика һаналып килде, һәм уны билдәләнмәгән юҫыҡта үҫтереүгә ынтылыу кире ҡарашҡа дусар ителде. СССР тарҡалғандан материалистик диалектика үҙенең таралыү даирәһен байтаҡҡа тарайтты, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер авторҙар уны ыңғай баһалауҙарын дауам итә. Генрих Степанович Батищев, Алексей Фёдорович Лосев, Заид Меликович Оруджев, Эвальд Васильевич Ильенков, Виктор Алексеевич Вазюлин һәм тағы ла ҡайһы берҙәр кеүек үтә үҙенсәлекле диалектик концепциялар тәҡдим итеүсе ғалимдар ҙа булды.

Бөгөнгө диалектика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XX быуатта диалектиканы тарихи планда ла (антик осорҙағы һәм немец классик философияһындағы диалектика), шулай уҡ теоретик йәһәттән дә ныҡлап өйрәнеү менән немец ғалимы Николай Гартман шөғөлләнде[13].

Хәҙерге замандың Люсьен Сев һәм Жан-Мари Бром кеүек ҡайһы бер философтары диалектикаға яңынан мөрәжәғәт итә һәм уны кеше эшенә һәм эшмәкәрлегенә тәьҫире йәһәтенән тикшерә. Улар кеше йоғонтоһонан тыш йәшәгән тәбиғәт диалектикаһын һәм фәнни закондарҙың булыуын кире ҡаға. Әммә Икенсе донъя һуғышынан һуң бер төркөм философтар (Ричард Чарлз Левонтин, Стивен Джей Гулд, Александр Александрович Зиновьев, Патрик Торт) диалектиканы үҙ хеҙмәттәрендә киң ҡуллана һәм уны бер үк ваҡытта өйрәнеү предметы итеп тә ҡарай. Бертелл Олман, Паскаль Шарбонн һәм Эварист Санчес-Паленсианың XXI быуаттағы ғилми хеҙмәттәрендә Маркс һәм Энгельстың диалектичк материализмы менән бер рәттән диалектиканы ла фәнгә индерә.

Шулай итеп, диалектика фәндәге ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы (антагонистик тенденцияларҙы), икенсерәк әйткәндә, күҙәтеүҙәрҙә һәм фәнни эксперименттарҙа осраған ғәҙәти булмаған һәм парадоксаль ситуацияларҙы аныҡ, асыҡ һәм аңлайышлы итә.

Теүәлерәк әйткәндә, диалектиканың йөкмәткеһе фән үҫеше менән бергә үҙгәрә бара, сөнки, ниндәйҙер мәғәнәлә, был йөкмәтке үҙе лә — абстракция принциптарына нигеҙләнгән фән. Мәҫәлән, ҡасандыр (1878) тәүге тапҡыр Энгельс тарафынан аныҡ итеп әйтеп бирелгән диалектик принциптарҙы Ж. М. Бром түбәндәгесә билдәләй: (Принципы диалектики, 2003): 1. Хәрәкәт һәм үҙгәреш. 2. Үҙ-ара йоғонто яһау (йәки үҙ-ара бәйлелек). 3. Ҡаршылыҡ — ижад итеү көсө. 4. Һандан сифатҡа күсеү (сылбыр һәм өҙөлөү). 5. Инҡар итеүҙе инҡар итеү: тезис, антитезис һәм синтез (спираль буйынса үҫеү принцибы). Жорж Политцерҙың (1936) 3-сө һәм 5-се принциптарҙы берләштереүен айырып билдәләргә кәрәк. Был ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ тыуҙырмай, сөнки ул саҡта принциптарҙың йөкмәткеһе әле билдәләнмәгән була... Беҙҙең фәнни белемдәрҙең үҙгәреүе был принциптар йөкмәткеһен даими яңынан ҡарауға килтерә.[14]

Материалистик диалектиканың дөрөҫ тәғлимәттәре биологияла сағылыш тапты (Ричард Левонтин, Стивен Гулд). Аныҡ йөкмәткеле мәғлүмәткә эйә булған һәм физик-химик йәһәттән конкрет үҫеүсе тере организмдар (ҡара: Пригожин) матдәләр алмашыныуында һәм эволюцияла сикһеҙ үҙгәреүҙәргә бойһона. Нәҡ бында ҡасандыр Энгельс тәҡдим иткән тәбиғәт диалектикаһы концепцияһы асыҡ күренә.

Эварист Санчес-Паленсиа билдәләүенсә, диалектика фәндәге ғәҙәттән тыш һәм парадоксаль ҡапма-ҡаршылаҡтарҙы хәл итергә мөмкинлек бирә. Был бөтә төр белем өлкәләренә, шул иҫәптән ғәмәли математикаға ла, әммә, тәү сиратта, социология менән психологияға ҡағыла. Ғалим фекеренсә, ғәмәлдә диалектика — теүәл закондары булған логика түгел, ә үҫеш күренештәрен үҙенә ылыҡтырған тағы ла дөйөмөрәк һөлдә (каркас) ул.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Диалектика / Михайлов, Ф. Т. // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Стёпин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с.
  2. Диалектика — БСЭ — Яндекс.Словари. Дата обращения: 28 апрель 2013. Архивировано 29 апрель 2013 года.(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Диалектика // Современная энциклопедия. 2000. Дата обращения: 19 декабрь 2014.
  4. Сократ // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  5. Джохадзе Д. В. Античный диалог и диалектика // Философия и общество. 2012. № 2. С. 23-45.
  6. Философия // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  7. Энциклопедия. Дата обращения: 30 апрель 2013. Архивировано 10 май 2013 года.
  8. Китай — БСЭ — Яндекс.Словари. Дата обращения: 30 апрель 2013. Архивировано 10 май 2013 года. 2013 йылдың 22 август көнөндә архивланған.
  9. КИТАЙСКАЯ ФИЛОСОФИЯ. Дата обращения: 30 апрель 2013.
  10. 10,0 10,1 10,2 Современная энциклопедия. 2000
  11. [ Диалектика] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  12. Маркс К. «Капитал». Том I. Послесловие ко второму изданию
  13. Горнштейн Т. Н. Диалектический метод / Глава четвёртая // Философия Николая Гартмана. (Критический анализ основных проблем онтологии). — Ленинград: «Наука», 1969.
  14. Эварист Санчес-Паленсиа. Диалектическая прогулка в науке. 2012

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Диалектика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Абрамов М. А. Догмы и поиск (сто лет дискуссий о диалектике в английской философии). — М., 1994. — 210 с.
  • Адорно Т. В. Негативная диалектика. Пер. с нем. — М.: Научный мир, 2003. — 372 с.
  • Алексеев П. В., Панин А. В. Теория познания и диалектика. — М., 1991. — 383 с.
  • Берти Э.' Древнегреческая диалектика как выражение свободы мысли слова // Историко-философский ежегодник 1990. — М., 1991. — С. 321—344.
  • Богомолов А. С. Диалектический логос. Становление античной диалектики. — М., 1982. — 263 с.
  • Бурова И. Н. Парадоксы теории множеств и диалектика. — М., 1976. — 176 с.
  • Вазюлин В. А. Логика «Капитала» К. Маркса. 2013 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. — М., 1968—2002². — 295 с.
  • Воинов В. В. Модели диалектики в античной и восточной философии // Проблемы философии. Вып. 54. Киев, 1981.
  • Дёмин Р. Н. Сократ о диалектике и учение о разделении по родам в древнем Китае // Универсум платоновской мысли: неоплатонизм и христианство. Апологии Сократа. — СПб., 2001.
  • Джохадзе Д. В. Диалектика Аристотеля. — М., 1971.
  • Джохадзе Д. В., Джохадзе Н. И. История диалектики: Эпоха античности. — М., 2005. — 326 с.
  • Диалектика и её критики. — М., 1986.
  • Диалектическое противоречие. — М., 1979. — 343 с.
  • Дынник М. А. Диалектика Гераклита Эфесского. — М., 1929.
  • Зелькина О. С. Системно-структурный анализ основных категорий диалектики. — Саратов, 1970.
  • Зиновьев А. А. О логической природе восхождения от абстрактного к конкретному // Философская энциклопедия. — 1960. — Т. 1.
  • Зиновьев А. А. Восхождение от абстрактного к конкретному (на материале Капитала К. Маркса). — М., 2002. — 312 с. — ISBN 5-201-02089-5.
  • Ильенков Э. В. Диалектическая логика. Очерки истории и теории. М.: Политиздат, 1974. — 271 с. — 2-е изд., доп. М.: Политиздат, 1984. — 320 с.
  • История античной диалектики. — М., 1972. — 335 с.
  • История диалектики XIV—XVIII вв. 2014 йылдың 8 февраль көнөндә архивланған. / АН СССР. Ин-т философии. — М., 1974. — 356 с..
  • История марксистской диалектики от возникновения марксизма до ленинского этапа. — М., 1972.
  • Кедров Б. М. О методе изложения диалектики: Три великих замысла. — М.: Наука, 1983. — 478 с.
  • Критика немарксистских концепций диалектики XX века. Диалектика и проблема иррационального / Под ред. Ю. Н. Давыдова. — М., 1988. − 478 с. — ISBN 5-211-00186-9.
  • Лосев А. Ф. Хаос и структура. М.: Мысль, 1997.
  • Луканин Р. К. Диалектика аристотелевской «Топики» // Философские науки. — 1971. — № 6.
  • Моисеев Н. Н. Алгоритмы развития. — М.: Наука, 1987. — С. 17-37, 44.
  • Нарский И. С. К вопросу о соотношении формальной логики и диалектики // Вестник Московского университета. — 1960. — № 3.
  • Омельяновский М. Э. Диалектика в современной физике. — М.: Наука, 1973. — 324 с.
  • Оруджев З. М. Диалектика как система. — М., 1973. — 352 с.
  • Петров Ю. А. Логическая функция категорий диалектики. — М., 1972.
  • Садовский Г. И. Диалектика мысли. Логика понятий как теория отражения сущности развития. — Минск, 1982. — 310 с.
  • Семашко Л. М. Диалектика Платона и её интерпретация Гегелем // Философские науки. — 1971. — № 4.
  • Фурман А. Материалистическая диалектика. — М., 1969.
  • Чан Шэнь. Диалектика Гегеля и китайская традиция диалектического мышления. // Судьбы гегельянства: философия, религия и политика прощаются с модерном. — М., 2000. — С.335-347.
  • Шаш С. Д. Проблема исследования раннегреческой диалектики / Сб. Философские исследования. — Минск, 1970.
  • Широканов Д. И. Взаимосвязь категорий диалектики. — Минск, 1969.
  • Claude Bruaire. La Dialectique / " Que sais-je ? " — PUF, 1993.
  • Jean-Marie Brohm. Les principes de la dialectique / Éditions de La Passion. — 2003. — 254 p.
  • Jean-François Chantaraud. L'état social de la France : Leviers de la cohésion sociale et de la performance durable / Documentation française. — 2013.
  • Georges Gurvitch. Dialectique et sociologie. — Flammarion, 1962.
  • Henri Lefebvre. Le Matérialisme dialectique. — PUF, 1939.
  • René Mouriaux. La dialectique d’Héraclite à Marx. — Syllepse, 2010.
  • Bertell Ollman. La dialectique mise en œuvre : Le processus d’abstraction dans la méthode de Marx. — Syllepse, 2005.
  • Lucien Sève. Sciences et dialectiques de la nature. — La Dispute, 1998.
  • Évariste Sanchez-Palencia. Promenade dialectique dans les sciences. — Ed. Hermann, 2012.
  • Howard Ll. Williams. Hegel, Heraclitus, and Marx’s Dialectic. — Harvester Wheatsheaf, 1989. — 256 p. — ISBN 0-7450-0527-6.

Диалектиканы тәнҡитләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]