Дилмөхәмәтов Әхнәф Мөҙәрис улы
Биографияһы
Дилмөхәмәтов Әхнәф Мөҙәрис улы 1941 йылда Башҡорт АССР-ы Әлшәй районының бәләкәй генә башҡорт ауылы Мырҙағолда тыуа. Бик иртә етем ҡала, атаһы фронтта һәләк була, ағалары ла һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, әсәһе вафат булғанда малайға ун йәш тә тулмай ҡала. Аслыҡ йылдарын, балалар йорттарын үтергә тура килә уға[2].
Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, 1959 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә. КПСС Үҙәк комитеты ҡарамғындағы ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһында уҡый[3].
Әхнәф Мөҙәрис улы оҙаҡ йылдар партия һәм комсомол органдарында эшләй, ВЛКСМ-дың район һәм ҡала комитеттарын етәкләй, КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров райкомында беренсе секретарь булып эшләй, һуңынан мөғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе партияның Башҡорт өлкә комитеты секретары һәм бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. Һуңғараҡ бер нисә йыл рәттән «Нефтегазстрой» акционерҙар фирмаһын уңышлы етәкләй, Өфөнөң Киров районы буйынса Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе, Өфө энергетика колледжы директоры була[2].
Әхнәф Дилмөхәмәтов — гражданлыҡ йәмғиәтен формалаштырыу һәм тергеҙеү, милләт-ара мөнәсәбәттәр, йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса фәнни баҫмалар һәм публицистик мәҡәләләр авторы[1]. Бер нисә саҡырылыштың Өфө ҡала һәм Киров районы Советтарының депутаты була, республиканың ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[1].
Әхнәф Мөҙәрис улы 2012 йылда 71-се йәшендә Өфөлә вафат була.
Ғаиләһе
Ҡатыны Әҙилә менән 46 йыл ғүмер итә, ҡыҙ һәм ул (Айрат Дилмөхәмәтов) үҫтерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Халыҡтар дуҫлығы ордены[3]
- Рәсәй Федерацияһының почетлы энергетигы[3]
- миҙалдар[3]