Дунай-Драва (милли парк)
Дунай-Драва | |
Административ-территориаль берәмек | Баранья[d] |
---|---|
Дәүләт | |
Майҙаны |
|
Нигеҙләү датаһы | 1996 |
Рәсми сайт | ddnp.nemzetipark.gov.hu |
Категория защищённых зон МСОП | категория МСОП V: охраняемые наземные и морские ландшафты[d] и МСОП II категорияһы: милли парк[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Дунай-Драва (мадьярса Duna-Dráva Nemzeti Park) — Венгрияның көньяғында, Көньяҡ Дунай аръяғы крайы, Шомодь, Баранья һәм Тольна медьеһындағы (графлыҡ) милли парк. Парк биләмәһе, башлыса, Дунай һәм Драва йылғалары буйлап ҙур майҙанға таралған 21 өлкәнән тора. Парк территорияһының дөйөм майҙаны — 494,79 кв. км. Драва һәм Дунай йылғалары араһындағы тәбиғәттең иң ҡиммәтле төбәге 1962 йылдан алып тәбиғәт һағы контроле аҫтына алына, 1996 йылда милли паркҡа нигеҙ һалына.
Иғтибарға лайыҡ биләмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Геменц[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сексарданан көньяҡ-көнсығышҡа, Мохачтан төньяҡ-көнсығышҡа табан, Байя ҡалаһы ҡаршыһында Дунайҙың уң яҡ ярындағы һыубаҫар урман биләмәһе. Геменц биләмәһендә зоологик ҡурсаулыҡ ойошторолған, ул милли парк составына инә.
Геменц Дунайҙың һәм уның ҡушылдығы Шионың тармаҡтары, ҡабырғаларындағы ҡылымыҡтары һәм иҫке улаҡтары менән йырғысланған. Уларҙың күбеһе борма-борма формалы һәм бик күп утрауҙар барлыҡҡа килтергән.
Ҡурсаулыҡта, Шио һәм Дунайҙың иҫке улаҡтарының береһе араһындағы моронда, Таплош-гога демонстрациялау зонаһы ойошторолған. Күргәҙмә экспозицияһы был төбәктәге венгр крәҫтиәндәренең традицион йәшәү рәүешен тергеҙә. Бында шулай уҡ традицион венгр тоҡомло йорт хайуандарын күрергә мөмкин.
Геменцтың хайуандар донъяһы бай — бында бихисап ҡырағай хайуандар, бигерәк тә ҡоштар — бөркөт, селәр, ҡауҙы һ. б. тереклек итә.
Драва Үҙәне[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Драва Көньяҡ-Дунай аръяғы крайы биләмәләре буйлап 150 километрҙан ашыу арала ағып ята. Күп урындарҙа ул Хорватия менән сикте хасил итә, ваҡыт-ваҡыт тулыһынса Венгрия йәки хорват биләмәләренә инеп китә. Венгрияның башҡа ҙур йылғалары — Дунай һәм Тисанан айырмалы рәүештә Драва ғәмәлдә тураймай тиерлек, сөнки бында гидротехник эштәр башҡарылмаған, шуға ла уның ярҙарында кеше ҡулы теймәгән тәбиғәт һаҡланған участкалар бар, уларҙың күбеһе милли парк составына инә. Күп кенә участкаларҙа Драваның бик күп иҫке улаҡтары, ҡабырға ҡылымыҡтары һәм утрауҙары барлыҡҡа килә.
Яр буйҙарында ерек, ҡорос ағас, бук ағастары үҫә; йылғаның иҫке улаҡтары һәм ҡабырға ҡылымыҡтары таллыҡ менән ҡапланған. Йылға ярлауҙарында ҡарлуғастары, балыҡсы турғайҙар һәм йәшелғош оя ҡора. Йылға күсмә һыу ҡоштары өсөн ҙур роль уйнай, яҙ башында Драва йылғаһы үҙәнендә меңләгән ҡошто күрергә мөмкин.
Ланкоци урманы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ланкоци урманы Визварҙан алып төньяҡ-көнбайышҡа табан, Драваға параллель рүештә һуҙыла. Бында имән, ҡарама, ҡорос ағас үҫә, шулай уҡ ҡыуаҡлыҡтар һәм лианалар менән ҡапланған туғайҙары ла бар. Ташҡын ваҡытында даими рәүештә урманды һыу баҫа.
Барчский урманы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Барчский артыш урманы Драванан төньяҡҡа табан, Барч ҡалаһынан көнсығышҡараҡ аға. Флораһы һәм фаунаһы бик бай.
Мечек һәм Абалигет мәмерйәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Печ ҡалаһынан төньяҡҡа табан убалы Мечек урман районы ята, уның күп кенә өлөшө һаҡлау аҫтына алынған. Абалигет торбасыҡтар мәмерйәһе[1] (мадьярса Abaligeti-barlang) (мадьярса Abaligeti-barlang) Мечектың киң танылған иҫтәлекле урыны, ул бөтә туристар өсөн дә асыҡ. Мәмерйә ер аҫты шишмәләренең тау тоҡомдарын йыуҙыртыуҙан хасил булған. Мәмерйәлә закон менән һаҡланған ярғанаттар төрө йәшәй.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Абалигетская сталактитовая пещера // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальная страница парка (венг.). Архивировано из оригинала 8 февраль 2010 года. (инг.)
- Статья о парке на сайте «Венгрия изнутри» (рус.)