Дюпина Любовь Ивановна

юбовь Ивановна Дбпина (1955 йылдың 28 майы, Русский Кандыз[d], Ырымбур өлкәһе) — совет биатлонсыһы, ике тапҡыр СССР чемпионы, саңғы ярышы (1978) һәм биатлон (1983) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры.

Биографияһы

Спорт менән Н. Ф. Гастелло исемендәге спорт клубында (тренерҙары Ф. М. Абдрахимов, П. К. Ямалеев), Өфөлә ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитетында тренер М. З. Мөҙәрисовта шөғөлләнә.

1982 йылда СССР чемпионатында спринтта еңеү яулай. Киләһе Илдең сираттағы чемпионатында 1983 йылда, шәхси ярышта — алтын һәм эстафетала көмөш миҙал яулай. Бынан тыш, ДОСААФ-тың Бөтә союз беренселегендә еңеүсе була (1983).

1981—1984 йылдарҙа СССР йыйылма командаһына инә. 1984 йылда Францияның үтә Шамонь ҡалаһында үткән беренсе ҡатын-ҡыҙҙар донъя чемпионатында шәхси уҙышта — 11-се һәм спринтта 18 урыны ала.

2002 йылдан биатлон буйынса БР Олимпия резервын әҙерләү спорт мәктәбе ГБОУ-һында (Өфө) тренер булып эшләй. Беренсе судья категорияһына эйә. Ветерандар ярыштарында ҡатнаша[1].

1993 йылда «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» исеме бирелде[2].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар