Дүсәлинова Фәриҙә Мазһар ҡыҙы
| Викидата элементы тултырылмаған |
Дүсәлинова Фәриҙә Мазһар ҡыҙы (14 июнь 1960 йыл) — журналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының юлдаш телевидениеһы комментаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Биографияһы
Фәриҙә Мазһар ҡыҙы Дүсәлинова (Моратшина) 1960 йыдңлдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.
1982 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1982 йылдан — Башҡортостан «Прогресс» производство берекмәһендә — инженер-химик.
1989 йылдан — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының дикторы. 1995—2018 йылдарҙа социаль-сәйәси программалар бүлеге мөхәррире була. «Йәмғиәт һәм хоҡуҡ», «Закон бөтәһе өсөн дә», «Ауылым офоҡтары», «Мәғариф» тапшырыуҙары, «Замандаш», «Хәтер» телевизион очерктар һәм башҡалар авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010)
- Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Почет грамотаһы (2010)
Сығанаҡтар
- Дусалинова Фарида Мазгаровна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 199. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.