Дәүләтбаева Венера Ғилемхан ҡыҙы
Дәүләтбаева Венера Ғилемхан ҡыҙы (15 декабрь 1940 йыл) — юғары категориялы нейроофтальмолог, иридодиагност. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Балалар офтальмологы[1].
Биографияһы
Венера Ғилемхан ҡыҙы Ғилемханова-Дәүләтбаева 1940 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Лағыр ауылында күп балалы сауҙа хеҙмәткәре Ғилемхандың ғаиләһендә донъяға килгән. Лағыр урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. Уҡыуын уңышлы тамамлағас, Өфө ҡалаһының поликлиникаларында башланғыс һөнәри белем баҫҡыстарын үтә, тәжрибә туплай.
Хеҙмәт юлы, ҡаҙаныштары
1970-се йылдар уртаһынан Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында окулист-нейроофтальмолог булып эшләй. Юғары категориялы белгес, иридодиагност үҙенең тырышлығы, хеҙмәтен яратып башҡарыуы, аныҡ профессиональ кәңәштәре менән бик күп пациенттарының күреү һәләтен тергеҙҙе, уларҙың рәхмәтенә лайыҡ булды. 51 йыл ғүмерен күҙ медицинаһына бағышланы[2].
Ғаиләһе
Тормош иптәше Дәүләтбаев Мөхәмәтйән Ғәлимйән улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, техник фәндәр кандидаты, «СССР уйлап табыусыһы» билдәһе менән бүләкләнгән. БашНИПИнефть ғилми учреждениеһының скважиналар төҙөү техникаһы һәм технологияһы бүлеге мөдире. Ғилми тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса 100-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы.
Улы Мансур — электр элемтәһе инженеры һәм иҡтисадсы. Өс юғары уҡыу йортон, шул иҫәптән БДУ-ны, БАГСУ-ны, тамамлаған.
Улы Таһир УКСИВТ һәм Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Хисаплау машиналары, комплекстары, селтәрҙәре һәм радиоэлектрон техника буйынса юғары квалификациялы белгес. Электр элемтәһе инженеры.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
2010 — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Вечерняя Уфа, 18 февраль 2011, 14 с.
- ↑ Табип хеҙмәтен баһалау 2021 йылдың 6 май көнөндә архивланған.
- ↑ «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» тағылмалы билдәһе тураһында
Сығанаҡтар
- Вечерняя Уфа, 18 февраль 2011, 14 с.
- Вечерняя Уфа, 7 май 2014
- Вечерняя Уфа, 29 апрель 2015, 4 с.