Дәүләткилдин Азамат Хәким улы
Дәүләткилдин Азамат Хәким улы (рус. Давлеткильдин Азамат Хакимович; 1 май 1947 йыл) — иҡтисадсы-ғалим, комсомол, юғары мәктәп, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең территориялар менән эшләү бүлегенең баш белгесе, мөдир урынбаҫары. 2000—2009 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2007) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1997).
Биографияһы
Азамат Хәким улы Дәүләткилдин 1947 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1964 йылда Баймаҡ көнкүреш комбинаты эшсеһе булып башлай. Артабан Баймаҡ машиналар эшләү заводында форма яһаусы.
1966-1968 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә.
1969 йылдан Баймаҡ машиналар эшләү заводы ҡорос ҡойоу цехының инженер-технолог вазифаһын башҡарыусы, инженеры, ҡаланың 39-сы һөнәри-техник училищеһы комсомол ойошмаһының башҡа эштәрҙән азат ителгән секретары була.
1970-1975 йылдарҙа Ростов дәүләт университеты студенты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2007)
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1997)