Дәүләтов Рәмис Мәхийән улы

Дәүләтов Рәмис Мәхийән улы (12 ноябрь 1948 йыл) — совет инженер-механигы, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, иҡтисадсы-ғалим. 1998—2005 йылдарҙа Баҡалы районы хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының ике саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Биографияһы

Рәмис Мәхийән улы Дәүләтов 1948 йылдың 12 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Иҫке Ҡуян ауылында тыуған.

1966—1969 йылдарҙа Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында уҡый. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, инженер-механик.

1969—1976 йылдарҙа «Баҡалы» совхозында инженер-механик.

1976—1977 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡытыу мастеры

1977—1978 йылдарҙа «Башмелиоводстрой» тресының производство мөдире, Баҡалы ауылындағы ПМК-20 предприятиеһының начальник урынбаҫары.

1978—1979 йылдарҙа Иҫке Ҡуян ауыл ауыл советының башҡарма комитеты рәйесе.

1979—1981 йылдарҙа «Баҡалы» совхозының бүлексә идарасыһы, хужалыҡтың баш инженеры.

1982—1998 йылдарҙа Карл Маркс исемендәге колхоз рәйесе.

1998—2005 йылдарҙа Баҡалы район хакимиәте башлығы.

2006 йылда «Формирование инвестиционной стратегии развития предприятий перерабатывающих отраслей АПК» тигән темаға иҡтисади фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[2].

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995)[3].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2003)
  • Баҡалы районының Почётный почётлы гражданины (2015)[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Давлетов Рамис Махиянович // https://www.biografija.ru/biography/davletov-ramis-makhiyanovich.htm
  2. Диссертация на тему «Формирование инвестиционной стратегии развития предприятий перерабатывающих отраслей АПК», скачать бесплатно автореферат по специальности ВАК РФ 08.00.05 - Экономика и управление народным хозяйством: теория управления экономическими системами; макроэкономика; экономика, организация и управление предприятиями, отраслями, комплексами; управление инновациями; региональная экономика; логистика; экономика труда. Научная электронная библиотека диссертаций и авторефератов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 май 2026.
  3. Указ Президента Российской Федерации от 27.02.1995 г. № 212. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 май 2026.
  4. Давлетов Рамис Махиянович. Муниципальный район Бакалинский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 май 2026.