Дәүләтов Фирҙинәт Әғләм улы

Фирҙинәт Әғләм улы Дәүләтов (рус. Давлетов Фирзинат Аглямович; 1959 йылдың 3 феврале, Яңауыл, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй агрономы, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011).

Биографияһы

Фирҙинәт Әғләм улы Дәүләтов 1959 йылдың 3 февралендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Яңауыл ауылында тыуған[2].

1984 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлағандан һуң Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында өлкән агроном, кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаларын башҡара.

1997—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты. 2007 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2004 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2007 йылдан генетика кафедраһы профессоры. 2010 йылдан — Башҡорт дәүләт аграр университетының ботаника, үҫемлектәр физиологияһы һәм генетикаһы кафедраһы профессоры.

2006 йылда «Селекция неосыпающихся сортов гороха в условиях Южного Урала» тигән темаға ауыл хужалығы докторы ғилми дәрәжәһенә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[3].

Алты авторлыҡ таныҡлығы, селекциялағы ҡаҙаныштары өсөн дүрт патенты бар. Ул шулай уҡ дүрт китап авторы. Ике фән кандидаты әҙерләгән.

Ғилми хеҙмәттәре

  • Методы и результаты селекции гороха в Башкортостане. Уфа, 2006; Российская акад. с.-х. наук, Акад. наук Респ. Башкортостан, Башкирский науч.-исследовательский ин-т сельского хоз-ва. — Уфа : Эпоха : БНИИ СХ, 2006. — 95 с. : ил., табл.; 21 см; ISBN 5-900944-78-6;;
  • Селекция неосыпающихся сортов гороха в условиях Южного Урала. Уфа, 2008.
  • Башкортостанда борсаҡ селекцияһы ысулдары һәм һөҙөмтәләре.
  • Культуралы үҙемлектәрҙең селекцияһы һәм генетикаһы;

Ф. Ә. Дәүләтовтың ғилми эшмәкәрлеге генетикаға, селекцияға, орлоҡсолоҡҡа һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын эшкәртеү технологияһына арналған. Ул борсаҡ коллекцияһының 550‑нән ашыу өлгөһөнә баһа бирә, сорттарҙың билдә параметрҙарын асыҡлай һәм моделдәрен эшләй. Ф. Ә. Дәүләтов ҡатнашлығында борсаҡтың Кормовой 5, Памяти Хангильдина, Чишминский 75,Чишминский 80, Чишминский 95, Чишминский 229 сорттары сығарыла. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Дәүләтов Фирҙинәт Әғләм улы
  3. Селекция неосыпающихся сортов гороха в условиях Южного Урала. Электронная библиотека диссертаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2026.

Һылтанмалар