Дәүләтшина Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы
Биографияһы
Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы Дәүләтшина 1946 йылдың 5 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1971 йылда Мәскәү туҡыу институтын тамамлаған. Өфөнөң башҡорт ҡыҙы Шәүрә Дәүләтшина 60-сы йылдар аҙағында уҡ, Мәскәү туҡыу институты студенты сағында, Мәскәүҙең сәнғәт һәм интеллектуаль мөхитенә инеп китә. 1974 йылдан алып 1980 йылға тиклем ул Мәскәүҙә И. Э. Грабарь исемендәге Бөтә Рәсәй сәнғәт фәнни-реставрацион Үҙәктә рәссам-реставрациялаусы булып эшләй. 1982—1984 йылдарҙа Мәскәү туҡыу институтында уҡыта. Мәскәү рәссам-графиктар комитеты ағзаһы (1974), Рус рәссамдары ассоциацияһы (1989, Париж), Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы.
Ижады
Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙының ижади үҫешендә уҡытыусыһы Владимир Яковлев ҙур роль уйнай. Дәүләтшина Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы станокта башҡарылған рәсем һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәләрендә эшләй. Рәссамдың, нигеҙҙә, абстракт композицияларҙан торған һынлы сәнғәт әҫәрҙәре хәҙерге замандың әхлаҡ проблемаларына ҡарата уның мөнәсәбәтен сағылдыра. Улар төҫтәр активлығы, формаларҙың көсөргәнешле пластикаһы менән айырылып тора: «Минең тормошом» (1997), «Карнавал» (1998), «Алдан иҫкәртеү» (2000). Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙының батик техникаһында башҡарылған эштәренә боролмалы һыҙыҡ һәм таптарҙың берләшеүенән хасил булған нескә һыҙатланыш, нәфис колорит хас. Портрет әҫәрҙәрендә йыш ҡына тәрән трагизм һыҙаттарына эйә үтә тәьҫирле образдар һүрәтләнә: «Мәскәү берәҙәге (А. Васильев портреты)» (1990), «Рәссам В. Яковлев портреты» (1992). 1975 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1986, 1989, 1992, 1995, 2001), Париж (1989), Вюрцбург ҡалаһы (Германия, 1993), Өфө (2001). Шәүрә Дәүләтшинаның эштәре Рәсәйҙә һәм АҠШ, Германия, Франция, Швеция, Италия, Испания, Швейцарияла галереяларҙа, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.
Әҙәбиәт
- Баһуманова М. Х. Яулыҡтарҙа — ерем биҙәге //Ватандаш. 1998. № 2; Дәүләтшина Ш.: каталог. М., 2001.
Һылтанмалар
- http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/5399 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
- http://nv.ru/old/nver/010408.htm
- http://www.museum.ru/N4576