Дәүләтшин Артур Рәмил улы

Артур Рәмил улы Дәүләтшин (рус. Давлетшин Артур Рамилевич; 1990 йылдың 23 ғинуары, Ишембай, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй инженеры, дәүләт органдары хеҙмәткәре.

Биографияһы

Артур Рәмил улы Дәүләтшин 1990 йылдың 23 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған[2].

Юғары белемле: 2012 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетының авиация двигателдәре факультетын тамамлай һәм «йылылыҡ электр станциялары» йүнәлеше буйынса бакалавр дипломы ала, артабан Иваново дәүләт энергетика университетында «йылылыҡ электр станциялары инженеры» һөнәре буйынса уҡый[2].

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 2012 йылда Яңы Салауат йылылыҡ электр үҙәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә обходсы машинист булып башлай, артабан яғыулыҡ биреү машинисы була[2].

2013 йылдан — «Лукойл—Көнбайыш Себер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Повха нефть ятҡылыҡтары төркөмөнөң компрессор ҡоролмалары машинисы[2].

2016 йылдан — шәхси эшҡыуар[2].

2018 йылда — Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау һәм перспективалы үҫтереү бүлегенең әйҙәүсе эксперт-белгесе[2].

2018 йылдан —Башҡортостан Республикаһындағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының дәүләт хеҙмәт инспекторы[2].

2019 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Тарифтар буйынса дәүләт комитетының яғыулыҡ-энергетика комплексын һәм системалы хеҙмәттәрҙе көйләү бүлегенең әйҙәүсе эксперт-белгесе[2].

2020 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының Өфөнөң Көньяҡ округы буйынса дәүләт торлаҡ күҙәтеүе, лицензия контроле бүлеге начальнигы — дәүләт торлаҡ инспекторы[2].

2021 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының Өфөнөң Төньяҡ округы буйынса дәүләт торлаҡ күҙәтеүе, лицензия контроле бүлеге начальнигы — дәүләт торлаҡ инспекторы.

2022 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы, 1 сентябрҙән — Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе — баш дәүләт торлаҡ инспекторы[2][3].

2024 йылдың 12 сентябренән — Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы[4].

2024 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән биләгән вазифаһынан бушатыла[5].

Енәйәт эше

2024 йылдың 24 декабрендә Артур Дәүләтшин һаҡ аҫтына ябылды. Төбәк Тәфтиш Комитеты һәм Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ул алдан килешеп, ҙур һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Тәфтиш версияһы буйынса, чиновник Дәүләт комитетының бүлек начальнигы менән бергә Благовещенда күмәртә-бүлеү үҙәге төҙөгән төҙөлөш фирмаһы вәкилдәренән йәйгеһен 2,5 миллион һум ала. Бының өсөн компанияға объекттың проектҡа тап килеүе тураһында ығай һығымтаға ҡаршылыҡһыҙ ҡул ҡуйып бирергә вәғәҙә итәләр. Тәфтишселәр Фекеренсә, шул уҡ хеҙмәттәр өсөн бүлек начальнигы һәм төҙөлөш буйынса әйҙәүсе белгес-эксперт менән бергә Дәүләтшин Ағиҙелдә бинаны йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһына тап килеү тураһында һығымтаға ҡул ҡуйған өсөн подрядсы компания вәкиленән 350 мең һум алған[6].

25 декабрҙә Өфөнөң Совет район суды Артур Дәүләтшинға ҡарата һаҡ аҫтына алыу сараһын һайлау тураһындағы Тикшереү органдарының үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе: ул ике айға, 2025 йылдың 24 февраленә тиклем ҡулға алына[7][8].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/157279.html
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Председателем Госкомитета Башкортостана по жилищному и строительному надзору назначен Артур Давлетшин. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 1 сентября 2022 года (рус.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2024)
  3. Денис МЕЛЬНИКОВ. Без опыта, но земляк Хабирова. Молодой глава Госжилнадзора ответил, что он понимает в профессии. Новоиспеченный глава Госкомитета Артур Давлетшин ответил корреспонденту Пруфы.рф. Интернет-издание Пруфы.рф., 2 сентября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2024)
  4. Правительство Башкирии ушло в отставку
  5. Кира Миронова. И.о. председателя госжилстройнадзора Башкирии освобожден от должности. ИА «Башинформ», 24 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2024)
  6. Анастасия Андреева. СК и УФСБ раскрыли подробности дела экс-главы Госжилнадзора Башкирии. РБК, 24 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2024)
  7. Экс-председателя Госкомитета Башкирии арестовали за получение взятки. Артур Давлетшин будет находиться под стражей два месяца. ИА ТАСС, 25 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2024)
  8. Экс-главу Госжилнадзора Башкирии Артура Давлетшина отправили в СИЗО. РБК, 25 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2024)