Ейән

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Файл:Внук і дід.JPG
Олатай ейәне менән

Ейән — ҡыҙыңдың йәки улыңдың улы[1]; башҡорт ғаиләһендә ейәнде йәки ейәнсәрҙе белдереүсе термин. «Ейән» башҡорттарҙың антропонимдарына ҡарай.

Башҡорттарҙа был термин менән бәйле ике компоненттан (тамырҙан) торған күп кенә ирҙәр исемдәре барлыҡҡа килгән: Ейән+бай (внук + богач), Ейән + бирҙе (внук + дал), Ейән + бәк (внук + господин) һ.б. Шулай уҡ ике компоненттан торған ҡатын-ҡыҙҙар исеме лә бар: Ейән + бикә (внучка + госпожа).

Башҡорт телендә Ейән, Ейәнсура, Ейәнғол, Ейәндыуан, Ейәнсары, Ейәнембәт һ. б. исемдәр һаҡланған. Боронғо йола буйынса, әсәһенең ауылында тыуған балаға «е й ә н» һүҙе менән исем ҡушылған. Ул бала әсәһенең ауылына ҡарата ейән бала булған (улар ейән ҡыҙ, ейән ул тип аталған). Ике тамырҙан торған исемдәр, күпселек осраҡта, әсәй яғынан булған бер затта бирелеүсән булған.

Шулай уҡ «ейән» һүҙе менән бәйле атамалар: Башҡортостандың көньяғында Ейәнсура районы; ошо уҡ районда сыҡҡан «Ейәнсура таңдары» гәзите. «Ейәнсура таңдары» — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында аҙнаһына 2 тапҡыр — шаршамбы һәм шәмбе сыға.

Мостай Кәрим. Ейән — йәш арыҫлан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ейән — йәш арыҫлан. Бар ҡеүәте Тимер тырнағында. Атаһы — йөк аты. Бар мөлкәте Алтын тояғында.

Олатаһы — терпе. Уның инде Хәле аяныслы: Тырпайырға торған энәләре — Барлыҡ таянысы.

1970

Һылтанма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вестник Челябинского государственного университета. 2009. № 5 (143).
  • Филология. Искусствоведение. Вып. 29. С. 96-98.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Никонов, В. А. «Личное имя — социальный знак» / В. А. Никонов // Наука и жизнь. — 1967. — № 12.
  • Материалы по истории Башкирской АССР. Ч. 1. — М. ; Л., 1936.
  • Кусимова, Т. Х. «Из истории личных имен башкир» / Т. Х. Кусимова // Личные имена в прошлом, настоящем и будущем. — М., 1970.
  • Гумилев, Л. Н. «Древние тюрки» / Л. Н. Гумилев. — М., 1967.
  • Бикбулатов, Н. В. «Башкирская система родства» / Н. В. Бикбулатов. — М., 1981.
  • Малахов, И. З. «Имена от А до Я» / И. З. Малахов, С. С. Фарахов. — Уфа, 2006.
  • Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре

ИрҠатынАтайӘсәйУлҠыҙАғайҠустыАпайҺеңлеОлатайӨләсәй
Үгәй атайҮгәй әсәйҮгәй улҮгәй ҡыҙСводные брат/сестра
БабайИнәйАғайҙың йәки апайҙың улыАғайҙың йәки апайҙың ҡыҙы
ҠоҙаҠәйнәҠайныБейемБикәс
БалдыҙҠәйнешҠайнағаҠәйенбикәКиленКейәү
Внучатая племянницаБажаАпһынҠәйенеңгәҠәйенеҙнә

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Категория: Ғаилә