Елкәлек (сәсҡап)

Викидата элементы тултырылмаған

Елкәлек — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының толомдарҙы йәшереү өсөн ҡулланылған, арҡаға кейелә торған монаяты. Уны сәсҡап тип тә атайҙар. Уны оҙон тар туҡыманан иң өҫкә сытра[1] ҡуйып, ике буй тәңкә баҫып, түбәнге осона сулпы тағып ҡуялар.

Әҙәбиәттә

Әсҡәпъямал нурың арта сәсҡап менән,

Ынйы теҙгән кесерәк кенә ҡалпаҡ менән

Шәйехзада Бабич

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 269-сы бит/ Сытра — алтын-көмөш биҙәк һалып, семәрләп, уртаһына ҡаш ҡуйып яһалған биҙәүес

Сығанаҡтар

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 269-сы бит/ сытра
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 315-се бит/ елкәлек

Һылтанмалар

Категориялар