Еремеев Вячеслав Юрьевич
Вячеслав Юрьевич Еремеев (рус. Еремеев Вячеслав Юрьевич; 1981 йылдың 10 майы, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй спортсыһы, бокс буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003)[1].
Биографияһы
Еремеев Вячеслав Юрьевич 1981 йылдың 10 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Башҡорт АССР-ында тыуған[1].
Ураль дәүләт физик культура академияһында уҡыған. 2006 йылда Өфө юридик институтын тамамлаған[1].
Бокс менән Өфөләге «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәтендә М. М. Ғәлләмов һәм Р. Б. Ғилуанов етәкселегендә шөғөлләнгән[1]. 2001 йылдан 2008 йылға тиклем Рәсәй йыйылма командаһының бокс буйынса ағзаһы булған[1].
2003 йылдан юғары белем биреү системаһында эшләй. Өфө фән һәм технологиялар университетының (УУНиТ) физик культура кафедраһы өлкән уҡытыусыһы вазифаһын биләй[2]. «Физик культура һәм спорт» һәм «Дөйөм физик әҙерлек» дисциплиналарын алып бара[2]. Дөйөм хеҙмәт стажы — 2003 йылдан, ғилми-педагогик эш стажы — 2011 йылдан[2]. 2021 һәм 2022 йылдарҙа квалификацияһын күтәреү курстарын үткән[2]. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән (2015)[2].
Ҡаҙаныштары
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Еремеев Вячеслав Юрьевич // Башкирская энциклопедия.
- Преподаватели кафедры физической культуры // Уфимский университет науки и технологий (УУНиТ).
- Сотрудники кафедры физического воспитания и спорта // Башкирский государственный университет (архивная копия 2014 г.).