Есимжанова Рабиға

Рабиға Есемйәнова (ҡаҙ. Рәбиға Есімжанова; 5 ғинуар 1914 — 3 июль 1986) —- совет һәм ҡаҙаҡ йырсыһы (меццо-сопрано), Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған артисы (1957), Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1967). Профессиональ ҡаҙаҡ йырсылары мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Биографияһы

1914 йылдың 5 ғинуарында Аҡмулла өлкәһенең Аҡмулла өйәҙе (хәҙер — Ҡаҙағстандың Аҡмулла өлкәһе Ҡорғалжын районы) Талдысай ауылында тыуған[1].

Музыкаль карьераһын 1931 йылда Ҡаҙаҡ дәүләт музыкаль-драма театры сәхнәһендә башлай.

Куляш Байсеитова, Иса Байзаков, Шара Жиенкулова һәм башҡалар кеүек күренекле ҡаҙаҡ артистары менән бер сәхнәлә сығыш яһай.

Һуңыраҡ Семипалатинск өлкә музыкаль драма театрына күсә, унда бер нисә сағыу, эмоциональ яҡтан бай ҡатын-ҡыҙ образдарын тыуҙыра, улар араһында: Енлик, Карлыға, Айман, Тенге, Алтыншаш, Маржан («Енлик-Кебек», «Ҡыҙ Жибек» (Е. Брусиловскийҙың «Ҡыҙ Жибек»), «Айман Шолпан», «Аҡ ҡайын», М. О. Әүәзовтың «Айман-Шолпан»ы), Сауле (Т. Аҡтанов спектаклендә), Ер-әсә (С. Т. Айытматов буйынса «Әсәлек яланы») һәм башҡалар. Музыкаль мәҙәниәткә лә, драма талантына ла эйә булғанлыҡтан, ул музыкаль һәм драма спектаклдәрендә лә бер үк оҫталыҡ менән ролдәр башҡара.

Һуңыраҡ, Р. Есимжанова Абай исемендәге Алматы опера һәм балет театры труппаһына ҡабул ителә. (хәҙерге Абай исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия опера һәм балет театры), Унда уның СССР ҡалалары буйлап гастролдәр карьераһы башлана, йыш ҡына Ҡаҙағстандың төрлө мөйөштәренә концерттар менән сыға.

1946—1960 йылдарҙа Ҡаҙаҡ радиоһы солисы.

1960 йылдан «Ҡаҙаҡконцерт» солисы.

Йырсының репертуарында, опера партияларынан тыш, ҡаҙаҡ халыҡ йырҙары һәм хәҙерге заман композиторҙары әҫәрҙәре бар. Ҡаҙаҡ йырҙарын пропагандалауға ҙур өлөш индерә.

1986 йылдың 3 июлендә вафат була, Алматының үҙәк зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

Хәтер

  • Тыуған яғында Рабиға Есимжанова исемен йөрөткән музыка мәктәбе алдындағы майҙанда ҡаҙаҡ йырсыһына бюст ҡуйылған.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ В честь народной артистки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2022. Архивировано 11 февраль 2022 года.