Еңеү паркы (Стәрлетамаҡ)

Еңеү паркы (рус. Парк Победы) — Стәрлетамаҡ ҡалаһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан мемориаль һәм рекреацион ҡала паркы (Башҡортостан, Рәсәй). Парк Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған ҡала халҡы иҫтәлегенә арналған һәм Стәрлетамаҡтың төп йәмәғәт урындарының береһе булып тора.

Географияһы һәм урынлашыуы

Парк 10 гектар самаһы майҙанды биләй һәм Хоҙайбирҙин урамы, Октябрь проспекты һәм Дуҫлыҡ урамы менән сикләнгән. Ҡала үҙәгендә урынлашҡанға ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн паркка килеүе еңел.

Тарихы

Еңеү паркын булдырыу идеяһы 1960 йылдарҙа барлыҡҡа килә. 1967 йылда, Еңеү көнөн (9 май) байрам итеү алдынан, ҡала властары Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булған 9 меңгә яҡын стәрлетамаҡлы иҫтәлеген мәңгеләштерергә ҡарар итә. Шул уҡ ваҡытта парк үҙенең хәҙерге исемен ала.

1975 йылда Еңеүҙең 30 йыллығына парк биләмәһендә скульптор Шабалтиндың эскиздары буйынса һәйкәл ҡуйыла: фашист каскаһын тапап, ҡулында Еңеү факелын тотоп йөрөгән совет һалдаты фигураһы. Эргәһендә «Мәңгелек ут» тоҡандырыла. Был урын паркты ҡаланың иҫтәлекле символына әүерелдерә.

1992 йылда парктың үҙәгендә Афған һуғышы һәләк булған интернационалист һалдаттарға һәйкәл ҡуйыла[1].

2025 йылдың 9 авгусында Стәрлетамаҡтың Еңеү ҡала паркында махсус хәрби операция (рус.)баш. ҡаһармандарына арналған мемориаль комплексты тантаналы асыу үтте. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты[2].

Реконструкция

2013 йылда парк тулыһынса яңыртыла. Яугирҙең бетон һәйкәле бронзаға алмаштырыла, интернационалист яугирҙар мемориалы яңыртыла, аллеялар һәм сәскә түтәлдәре йәшелләндерелә, декоратив яҡтыртыу системаһы ҡуйыла. Яңыртылған паркты тантаналы асыу 2014 йылдың 9 майында үтә[3].

Парк территорияһындағы объекттар

undefined
  • Яугир һәм Мәңгелек ут мемориалы;
  • Яугир-интернационалистарға һәйкәле;
  • Асыҡ һауала Т-34 танкыһы, танкыға ҡаршы һәм зенит пушкалары, гаубицалар;
  • Махсус хәрби операция ҡаһармандарына һәйкәл;
  • Ғашиҡтар аллеяһы һәм «Мөхәббәт ағасы» менән яңы өйләнешкәндәр өсөн фотозона;
  • Балалар һәм спорт майҙансыҡтары, аттракциондар, һырғалаҡ, кәмә станцияһы;
  • Ғашиҡтар эскәмйәһе;
  • Кафе, беседкалар һәм пикник зоналары[3].

Әһәмиәте

Еңеү паркы хәтер урыны ғына түгел, ә ҡаланың мөһим мәҙәни һәм ял итеү үҙәктәренең береһе булып хеҙмәт итә. Бында даими рәүештә 9 майға һәм башҡа иҫтәлекле даталарға арналған ҡала саралары, фестивалдәре, байрамдары һәм митингылары үтә[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Достопримечательности Стерлитамака. Достопримечательности Стерлитамака. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2025.
  2. В Башкирии открыли первый мемориальный комплекс героям СВО. Башинформ (9 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2025.
  3. 1 2 3 Парк Победы — место памяти, тишины и уюта. Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан (5 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2025-8-11.