Жданов Константин Валерьевич
Константин Валерьевич Жданов (рус. Жданов Константин Валерьевич; 1968 йылдың 14 феврале, Өфө) — Рәсәй ғалимы-инфекционист, Рәсәй ФМБА-һының Балаларҙың инфекцион ауырыуҙары буйынса фәнни-клиник үҙәге директоры, Санкт-Петербург дәүләт университетының инфекцион ауырыуҙар кафедраһы мөдире[2], Санкт-Петербург ҡалаһының Һаулыҡ һаҡлау комитетының инфекцион ауырыуҙар буйынса штаттан тыш баш белгесе, отставкалағы медицина хеҙмәте полковнигы[3], Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2016), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2021).
Биографияһы
1968 йылдың 14 февралендә Өфөлә тыуған. Атаһы — Валерий Павлович Жданов, билдәле инфекционист, хәрби һәм граждан һаулыҡ һаҡлау системаһын ойоштороусыларҙың береһе.
1991 йылда С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһын ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Уҡыуын тамамлағандан һуң инфекцион ауырыуҙар кафедраһының адъюнктураһына ҡабул ителә.
1991—2023 йылдарҙа Хәрби-медицина академияһының инфекцион ауырыуҙар кафедраһында эшләй. Был осорҙа адъюнктан кафедра начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үтә (2009—2023 йылдарҙа кафедраны етәкләй).
2000 йылда «Йәш кешеләрҙә В һәм С вируслы гепатиттарының латент формалары» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2016 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.
2021 йылда уға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә.
2023 йылдың 25 октябренән Рәсәй ФМБА-һының Балаларҙың инфекцион ауырыуҙары буйынса фәнни-клиник үҙәге директоры.
Фәнни эшмәкәрлеге
Уның етәкселегендә С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһының инфекцион ауырыуҙар кафедраһында социаль әһәмиәтле инфекциялар, шул иҫәптән вируслы гепатиттар һәм ВИЧ-инфекция, киҫкен эсәк инфекциялары, эсәк микробиоценозы боҙолоуҙары, грипп, аденовирус һәм менингококк инфекциялары, паразитоздар һәм тропик ауырыуҙар буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә.
440-тан ашыу фәнни һәм уҡыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән инфекцион ауырыуҙар буйынса дәреслек һәм ҡулланма, белешмәләр серияһы һәм монографиялар авторы.
Уның етәкселегендә 3 докторлыҡ һәм 24 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.
2026 йылға ҡарата «Рәсәй хәрби-медицина академияһы хәбәрҙәре», «ВИЧ-инфекция һәм иммуносупрессиялар» фәнни журналдарының редакция коллегияһы, шулай уҡ «Эпидемиология һәм инфекцион ауырыуҙар. Актуаль мәсьәләләр» фәнни баҫмаһының редакция советы ағзаһы була.
Бүләктәре
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы
- I дәрәж «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы (Рәсәй Оборона министрлығы)
- «Ватан һаулыҡ һаҡлау системаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Жданов Константин Валерьевич назначен директором ФГБУ ДНКЦИБ ФМБА России. Национальное научное общество инфекционистов (25 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2024. Архивировано 5 сентябрь 2025 года.
- ↑ Жданов Константин Валерьевич. med.spbu.ru. Санкт-Петербургский государственный университет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2024. Архивировано 6 сентябрь 2025 года.
- ↑ Резюме - Жданов Константин Валерьевич. ФГБУ ДНКЦИБ ФМБА России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2024. Архивировано 9 декабрь 2024 года.
Һылтанмалар
- Профиль Константина Валерьевича Жданова РФА рәсми сайтында
- Константин ЖДАНОВ: «Не боюсь никаких инфекций». archive.redstar.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2020-1-2.