Жигулёва Антонина Михайловна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 15 март 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Вафат булған көнө 13 июль 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (83 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
ВДНХ-ның көмөш миҙалы ВДНХ-ның бронза миҙалы
Вафат булған урыны
Һөнәр төрө һауынсы
Тыуған урыны

Жигулёва Антонина Михайловна (15 март 1918 йыл — 13 июль 2001 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Удмурт АССР-ының Малопургинский районы Удмурт АССР-ының 10-йыллығы совхозының һауынсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антонина Михайловна Жигулёва Удмурт АССР-ының Сарапул районы Отуниха ауылында 1918 йылда урыҫ крәҫтиәндәре ғаиләһендә тыуған.

1929 йылдан алып 1939 йылға тиклем Свердловск өлкәһенең Фокинский районында ата-әсәһе менән бергә йәшәй. Шундағы мәктәптең 4-се класын тамамлағас, урындағы колхозда хеҙмәт юлын башлай. 1936 йылда ғаиләләре Удмурт АССР-ына күсенә. 1936 йылдан алып 1938 йыл тамамланғансы «Комсомол» совхозында миҙгелле эштәрҙә йөрөй, һуңынан фермала даими хеҙмәт башлай.

1939—1973 йылдарҙа Удмурт АССР-ның 10 йыллығы исемендәге совхозда һауынсы булып эшләй. 25 йыл хеҙмәтендә 1 000 320 килограмм һөт һауып ала. 1952 йылда уны республиканың иң яҡшы һауынсыһы булып таныйҙар. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә даими ҡатнаша[1].

1966 йылдың 22 мартында СССР Юғары Советы Президиумының Указына менә ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә ирешкәне һәм һыйырҙарҙан рекордлы күләмдә һөт һауғаны өсөн Жигулёва Антонина Михайловнаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

1973 йылдан хаҡлы ялда, Яган-Докья ауылында йәшәй. 2001 йылдың 13 июлендәндә вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ булған:

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
  • Ленин ордены (22.03.1966)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (22.03.1966)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • башҡа миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы — беҙҙең яҡташыбыҙ. Ижевск, 1983 йыл.
  • Удмурт республикаһы. Энциклопедия. Ижевск, 2008.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]