Жучи
Джучи | |
---|---|
монг. Зүчи хан | |
| |
| |
1207 — 1225/1227 | |
Алда эшләүсе | вазифа раҫланған |
Дауам иттереүсе | Батый |
|
|
Тыуған |
1182 йәки 1184 |
Вафат булған |
1225 йәки 1227 Дәште Ҡыпсаҡ |
Ерләнгән урыны | Олотау, Ҡаҙағстан |
Род | Сыңғыҙиҙар |
Атаһы | Сыңғыҙхан |
Әсәһе | Бөртэ |
Ҡатыны |
Никтумыш фужин Саркаду-хатун Солтан ҡатын Ҡотлоҡ ҡатын Күйки ҡатын Үки фужин Нәсәр Фарис һ.б. |
Балалары |
Урҙа Эжен Батый Бәркә Шибан Туҡа Тимер Таңҡот |
Дине | тәңреселек |
Жучи́ (монг. Зүчи хан; 1182 йыл тирәһе[1] йәки 1184[2] — 1225 йыл тирәһе[3] йәки 1227 йыл[4]) — үҙенең Жучи Улусы (Алтын Урҙа) хакимы[5][6], Монгол империяһының көнбайыш өлөшө, Һырдаръяның түбәнге ағымында үҙ аллы отряд менән командалыҡ иткән Урта Азияны яулауҙа ҡатнашҡан дәүләт эшмәкәре һәм ғәскәр башлығы.
Сыңғыҙхан һәм уның ҡуңғыраттар ҡәбиләһенән сыҡҡан беренсе ҡатыны Бортэның өлкән улы. Сағатай, Үгеҙәй һәм Толуйҙың өлкән ағаһы. Жучи Улусы — Монголия империяһының көнбайыш өлөшөндә йәшәгән тоҡомдарының нәҫел ерҙәре (1207 йылдан)[7][8] — урыҫ тарихнамәһендә «Алтын Урҙа» булараҡ билдәле.
Сығышы
Жучи Сыңғыҙхандың беренсе, иң хөрмәтле һәм абруйлы ҡатыны Бөртэнән 1182 йыл тирәһендә тыуған, ләкин ысынында иһә уның атаһы кем булғаны билдәле түгел. Сыңғыҙхандың ысын атаһын билдәләүҙең төп сәбәбе булып ҡатыны Бөртэне меркиттар ҡәбиләһе урлап әсирлеккә алыуы тора; әсирлектән азат ителеү менән Бөртэнең улы тыуа. «Монголдарҙың серле хикәйәте» буйынса, Жучиҙың атаһы Чиледуҙың (Бөртэне әсирлеккә алғанда уҡ үлгән була) энеһе Чилгир-Боко (Бөртэне йәриә иткән) булған тип тә әйтергә була. Сыңғыҙхандың атаһы Есугей олхонут (ҡуңғыраттар ҡәбиләһенең бер ырыуы) ҡыҙы, Сыңғыҙхандың буласаҡ әсәһе Оэлунды, тартып алған. Темуджин, бер нимәгә ҡарамай, Жучиҙы улы итеп таныған, әммә «меркит әсирлеге ләғнәте» Жучиҙы ғүмере буйы эҙәрлекләгән.
Ғалим Л. С. Клейн да Жучи Сыңғыҙхандың биологик улы түгел тигән фекерҙә[9].
Хәрби кампаниялар
«Урман халыҡтарын» буйһондороу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Жучиҙың балалыҡ һәм йәшлек йылдары тураһында мәғлүмәт юҡ. Урта быуат хикәйәттәрендә ул егерме биш йәшендә генә яңынан телгә алына башлай. «Сокровенное сказание монголов» яҙмаһында, 1207 йылда Сыңғыҙхан Жучиҙы Байкалдан көнбайышта урынлашҡан урмандарҙа йәшәгән ҡәбиләләрҙе яуларға ебәргән. Ҡәбиләләр, һуғышҡа инеп тормайынса, монгол ханының хакимлығын таныған. Һөҙөмтәлә Жучи армияһы баҫымы аҫтында Жучиға теленгут, урсут кеүек урман халыҡтары, Йәнәсәйҙең үрге ағымында йәшәгән ҡырғыҙҙар буйһонған, унан һуң ҡырғыҙ нойондары Жучиға аҡ шоңҡарҙар, аҡ аттар һәм аҡ кештәр килтергән.
Жучи өсөн кампания бик уңышлы булған, хәрби таланты тураһында яҡшы тәьҫораттар алғанлыҡтан, Сыңғыҙхан уны юғары баһалаған. Атаһы яулап алған ҡәбиләләр ерҙәрендә Жучи Улусына нигеҙ һала.
Цзинға поход[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сыңғыҙхан ҡарары буйынса 1213 йылда Цзинға (1115—1234) яңы монгол походы башлана. Сыңғыҙхан ғәскәрҙәрҙең төп төркөмөн үҙе һәм кесе улы Толуй етәкләгән. Ғәскәрҙәрҙең көнбайыш төркөмөн Жучи һәм уның ағай-энеләре Сығатай менән Үгеҙәй етәкләгән. Өсөнсө, көнсығыш, төркөмөн Хасар (Сыңғыҙхандың энеһе) етәкләгән. Жучи һәм уның туғандары Тайхан һыртының көньяғында хәрәкәт иткән һәм Хуанхэның төньяҡ ярына сыҡҡан. Улар үҙҙәренең ғәскәрен Хуанхэ буйы Луань тирәһендәге бай өлкәләрҙе таларға һәм юҡ итергә уңайлы булырлыҡ итеп бүлгән. Хуацин янында улар армияны көнбайышҡа бороп, Фэньхэ йылғаһы үҙәне аша төньяҡҡа юл тотҡан. Шэньси провинцияһының бай баш ҡалаһы Пинъян, Фэньчжоу һәм Тайюань ҡалалары баҫып алына. Ҙур байлыҡ талаған Жучи ҡәрҙәштәре менән Тайчжоу аша Датунға үткән. Табыштарын бер аҙға Онгут ерҙәрендә ҡалдырып, Пекин янында Сыңғыҙхан һәм Толуй армияһы менән берләшкән.
Дөйөм алғанда, Цзинь монголдарға ҙур йолом түләгән, Сыңғыҙхан армияһы өсөн поход уңышлы килешеү менән тамамланған. Ләкин монголдар ҡанһыҙ рәүештә бик күп тыныс халыҡты үлтергән, хатта Цзинь ҡалаһынан сығып киткәндә лә улар әсирлеккә алынған кешеләрҙе («Сокровенное сказание монголов» буйынса — бер нисә йөҙ мең әсир) үлтереүен дауам иткән.
Жучиҙың баш күтәргән ҡырғыҙҙарға походы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1217 йылда монголдар отряды Байкалдан көнбайышта йәшәгән туматтарҙы буйһондорорға тырыша. Әммә туматтар монголдар отрядын ҡыйратҡан. Сыңғыҙхан вассал ҡырғыҙҙарына туматтарҙы баҫтырырға бойороҡ бирһә лә, ҡырғыҙҙар бойороҡто үтәмәгән һәм баш күтәргән.
Ҡырғыҙҙарҙы баҫтырырға һәм тәртип урынлаштырырға сират Жучиға еткән. 1218 йылда Жучи боҙ ҡаплаған Селенга йылғаһын кисеп сыҡҡан, Йәнәсәйҙең үрге ҡушылдығы Усҡа барып етеп, артабан Йәнәсәй йылғаһы буйлап төшөп, ҡырғыҙҙар йәшәгән үҙәк райондарға һөжүм иткән. Монголия отрядтары, Обь йылғаһына барып етеп, кире борола. Жучи баш күтәреүселәрҙе еңел генә баҫтырған һәм ҡырғыҙҙарҙан көнбайышта йәшәгән теленгуттарҙы үҙенә буйһондорған.
Урта Азияны яулап алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1219 йылда Сыңғыҙхан үҙенең бөтә улдары һәм төп хәрби көстәре менән походҡа сыҡҡан. Яулап алыусылар армияһы бер нисә өлөшкә бүленә. Береһе менән атаһы Отрарҙы ҡамап алырға ҡалдырған улдары Сығатай менән Үгеҙәй, икенсеһенә өлкән улы Жучи командалыҡ итә. Төп маҡсат Сыгнаҡ менән Джендты яулап алыу була. Өсөнсө армия Хожентҡа ебәрелә. Сыңғыҙхан менән уның улы Толуй етәкселегендәге төп көстәр Сәмәрҡәндте баҫып алырға тейеш була.
1220 йылдың яҙында Һырдаръя буйлап сәйәхәткә сыҡҡан Жучи отрядтары Сыгнаҡ янына килеп еткән. Уны ҡамау ете көн дауам иткән, шунан һуң монголдар ҡалаға бәреп ингән һәм уның бөтә ҡәлғә ҡоролмаларын емергән. Монголдарға Үзген, Барчынлыкент һәм Дженд ҡыҫҡа ваҡыт эсендә буйһонған. 10 меңлек отряд Яңыкентты алып, Һырдаръяның түбәнге яғына йүнәлә, унда 10 мең төркмәнде йәлеп итә. Улар баш күтәргән, өлөшләтә тар-мар ителгән, ә бер өлөшө көньяҡҡа, Мерв ҡалаһына сигенгән. Жучиҙың төп көстәре Дженд районында урынлашҡан.
Жучи Улусы
Улустың барлыҡҡа килеүе һәм территориялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәшит әт-Диндең «Жәми әт-тәүарих»ына («Йылъяҙмалар йыйынтығы») ярашлы, Иртыш йылғаһы һәм Алтай тауҙары сиктәрендә урынлашҡан барлыҡ өлкәләрҙе һәм улустарҙы, шул тирәләрҙәге йәйге һәм ҡышҡы йәйләүҙәрҙе Сыңғыҙхан һис шикһеҙ Жучи хандың Дәште Ҡыпсаҡ һәм ошо тирәләге дәүләттәр хакимлығына индереү тураһында указ сығарған. Дәүләтенең баш ҡалаһы Иртыш тирәһендә булған һәм шунда уның тирмәһе торған.
Билдәһеҙ автор төҙөгән «Шәжәрәт Әл-Әтрәк» («Төрөктәрҙең ырыу ағасы»)[10] мәғлүмәтенә ҡарағанда,Хорезмды яулап алғандан һуң, Хорезм һәм Дәште Ҡыпсаҡ, Ҡаялыҡ сигенән алып Саҡсин, Хазар, Иҙел Болғарына, алан, башҡорт, урыҫ һәм черкестар яҡтарына, татар аты тояғына еткән ерҙәргә тиклем, Сыңғыҙхан бойороғо буйынса Жучи хан тәхеткә ултыра һәм хакимлыҡ итә. Жучи вафатынан һуң да уның балалары, ейәндәре Дәште Ҡыпсаҡ менән идара итә. Дәште Ҡыпсаҡ солтандары Жучи тоҡомонан сыҡҡан.
Атамәлик Жувейниҙың «Тарих-и Жеһангуш» («Донъяны яулап алыусының тарихы») китабында әйтелгәнсә, «Сыңғыҙхан идара иткән осорҙа батшалыҡ артыҡ ҙурайып киткәнлектән, ул һәр кемгә йорт йәки йәшәрлек биләмә бүлгән. Өлкән улы Тушиға ул Ҡаялыҡ менән Хорезмдан алып Саксин менән Болғарҙың татар атының тояҡтары ҡағылған ситке сиктәренә тиклем һуҙылған өлкәләрен бирә».
Яулап алыу һөҙөмтәһендә, Көнбайыш Себер, Хорезмдың төньяғы, Дәште Ҡыпсаҡтың көнсығыш һәм көнбайыш өлөштәре (1237—1242 йылдарҙағы «монголдарҙың көнбайыш походы»нан һуң) яңы ойошторолған Жучи Улусы составына индерелгән.
Административ-сәйәси бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Улус системаһына ярашлы, Жучи улусының административ-сәйәси бүленеше ғәскәр (хәрби) бүленеше нигеҙендә барлыҡҡа килә. Тәүҙә улар Жучи Улусы дәүләте эсендә иң ҙур административ берәмектәренә тап килгән ике улусҡа (ҡанатҡа) бүленгән. Нигеҙ һалыусы үлгәндән һуң һәм 1237-1242 йылдар походына тиклем Жучи улусын ҡанаттарға бүлеү Көнсығыш Дәште Ҡыпсаҡ биләмәһе менән сикләнә. Ошо төбәктең территориаль сиктәрендә тәүгеләрҙән булып Жучи улусы ике ҡанатҡа бүленгән[11].
Иртыштан алып Төньяҡ Балхаш яны аша Һырдаръяның урта ағымына тиклемге ер Урҙа-Эжен һәм уның ағай-энеләре Удур, Туҡа-Тимер, Шинкур һәм Синкум хакимлыҡ иткән һул ҡанатына бирелә [12]. Үтәмеш хажи хәбәр итеүенсә, Сыңғыҙ хан, «бәктәр менән кәңәш ҡороп, хан ясаһына ярашлы, Батый ханға Иҙел йылғаһындағы виләйәттәре менән уң ҡанатын, һул ҡанаты Һыр йылғаһы буйындағы виләйәттәрҙе Урҙа-Эженде биргән»[13].
Ата тәхете вариҫы Батыйҙың һәм уның башҡа туғандарының улусы төньяҡ Арал буйында, көнбайышта Яйыҡҡа тиклем йәки артабан Иҙелгә (Волгаға) барып етеп, Турғай далаһында урынлашҡан. Асылда, Батый баштан уҡ атаһының Олотауҙағы йортон мираҫ итеп алған[14]. Хорезмды яулап алғас, Жучи Иртыш буйҙарынан күсеп килә. Улус системаһы артабан Көнбайыш Дәште Ҡыпсаҡты (болғарҙар һәм ҡыпсаҡтарҙы юҡ иткәндән һуң) яулап алғандан һуң үҫеш ала. Ул ваҡытта Жучи Улусының уң ҡанатын етәкләгән Батый яңынан һатып алынған ерҙәргә күскән, тикшеренеү әҙәбиәтендә «Алтын Урҙа» тип аталған яңы улус барлыҡҡа килгән. Шул ваҡыттан Яйыҡ (Жучи улусының көнбайыш сиге ине) Аҡ Урҙа һәм Батый улустары араһындағы сик ролен үтәгән. Ләкин Көнбайыш Ҡаҙағстандың элекке Батый йорто биләмәһендә, уның ҡустыһы Шибан тороп ҡалған. Ул үҙенең нәҫел һыҙатына таянып, яңы айырым улус берләшмәһенә (Күк Урҙа) башланғыс һалған
Жучи Улусының иң юғары ханы дәрәжәһенә етеп, Батый шулай ҙа үҙ идараһын Урҙа менән бүлешкән. Улус биләмәһе, ғәскәр бүленешенә ярашлы, улар идара иткән ике ҙур ҡанатҡа бүленгән. Ҡалған Жучи улдары иһә, ҡанаттарға ҡушылып, өлкән ағаларына буйһонған. Жучи Монгол ғәскәре, уның үлеменән һуң, шулай уҡ бер туғандар араһында бүленгән. «Жәми әт-тәүарих»та яртыһын Урҙа, икенсе яртыһын - Батый етәкләй, тип яҙған.
Элекке властың һуңғы вәкилдәрен юҡ итеп, уларҙың дәүләтселек символы һаналған Алтын Йортто юҡҡа сығарып, Хызыр хан Алтын Урҙа тәхетендә артабан Күк Урҙа тип аталған Шибаниҙар династияһына башланғыс һала. ХIV быуаттың икенсе яртыһында Алтын Урҙала власты баҫып алған шибаниҙар атаманы ла күсерә. Үҙ сиратында, уларҙың 1360-1370 йылдарҙағы биләмәһе Урҙа ханы вариҫы Урус хандың Аҡ Урҙаһына тулыһынса ҡушыла[15].
Жучиҙың үлеме
Рәшит әт-Диндең «Жәми әт-тәүарих» («Йылъяҙмалар йыйынтығы») китабына ярашлы, Жучиҙың һуңғы йылдары атаһы менән насар мөнәсәбәттә үткән. Быға уның туғаны Сығатай менән низағтары ла, шулай уҡ атаһының ҡыпсаҡтарҙы, урыҫтарҙы һәм черкестарҙы яулап алыу тураһындағы бойороғон үтәүҙән баш тартыуы ла сәбәпсе булыуы мөмкин. Усман Жузжани, Жучи «атаһының ергә һәм кешеләргә ҡарата дыуамаллығы»н билдәләгән тигән. 1225 йылдың аҙағында Сыңғыҙхан ауырып киткәндә, Жучи, кәңәшмәлә ҡатнашмауы арҡаһында (хан һуғышсыһы улының һунарҙа йөрөүен белдергән), атаһының асыуын ҡабартҡан, шуның өсөн ғәскәрҙе уның яғына йүнәлтергә бойорған. Жучиҙың үлеме арҡаһында походҡа сыҡмағандар. Жучиҙың үлем датаһы, аныҡ тыуған көнө булмаған кеүек үк, билдәһеҙ. Ни бары 1226 йылдың башы (йәки 1225 йылдың аҙағы), ҡайһы бер башҡа сығанаҡтар буйынса — 1227 йыл тураһында һүҙ алып барырға мөмкин. Башҡа фараз буйынса, Жучи кенә уты (клещевина йәки касторка үләне) менән ағыуланған. Жучи яҡынса 40 йәшендә вафат булған. Жучи хан Еҙҡаҙған ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа 50 км алыҫлыҡта Олотауҙа (Олотау өлкәһе) кәшәнәлә ерләнгән[16]. В 1946 году тело Джучи-хана было выкопано советскими археологами. В гробнице был обнаружен скелет без правой кисти с надрубленным черепом.
Жамал әл-Ҡаршиҙың «Әл-мулхәҡәт би-с-сурах» хеҙмәтендә Жучиҙың вафат булған йылы - Һижрәнең 622 (1225 йыл) күрһәтелә[17]. Быға тиклем билдәле булған үлем датаһы (1227 йыл) хәҙерге тарихсылар тарафынан хаталы тип иҫәпләнә[18]. XVI быуатта Үтәмеш хажи, Жучиҙың вафаты тураһында яҙып, Олотауҙы телгә алған: «Йужи хан Дәште Ҡыпсаҡ виләйәтенә барғанда, билдәле Улу-Тағҡа барып еткән. Бер ваҡыт, тауҙарҙа һунарға сыҡҡанда, уға марал-ҡыйыҡ көтөүе осраған. Ул уҡтан атҡып, уларҙы эҙәрлекләй башлаған, әммә аттан ҡолап, муйынын һындырған һәм үлгән. Йужи хан шулай һәләк булған»[19]. Улу-Тағ топонимын Олотау менән сағыштырыу мөмкиндер[20]. Ҡаҙаҡ риүәйәттәре лә Жусиҙың Олотауҙа вафат булыуы хаҡында бәйән итә[21].
Жучи ҡараған боржигиндар «алтын нәҫел»е вәкилдәре йәшерен рәүештә, мәжүси йолалар буйынса ерләнгән. Жучи кәшәнәгә ерләнмәгәндер, моғайын. Кәшәнәләге иң боронғо ҡәберҙәр XIII быуат уртаһына ҡарай, ә Джучи элегерәк - 1225 йәки 1227 йылда үлгән. Мәрхүм Жучи ырыуына ҡараған мосолман дине кешеһенеке булыуы мөмкин. Уның ҡәбере өҫтөнә «Жучи» исеме бирелгән кәшәнә төҙөлгән[22].
Уның күп һанлы тоҡомдарына әлегә яулап алынмаған Хорезм, Дәште Ҡыпсаҡ, Кавказ һәм Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәренән төньяҡтараҡ ятҡан илдәр биләмәләре бирелә. Жучиҙың үлеме яулап алыуға ҡамасаулай, ә уның улдары әле бәләкәй була; етмәһә, яҡын-тирәләге хәстәрлектәр Монголия властарының иғтибарын алыҫ көнбайыштан ситкә йүнәлтә.
Жучи тоҡомдары
Рәшит әт-Диндең «Жәми әт-тәүарих»ыында («Йылъяҙмалар йыйынтығы») бала сағында Жучиға Ван хандың бер туған һеңлеһе һәм Жах-Гамбу ҡыҙы Никтыумыш фужин (Биктутмыш фужин) яусыланған була; ул Сыңғыҙхандың хәләл ефете Абикә-бәгиҙең (Ибаһа-бәги) һәм Толуйҙың ҡатыны Сорхахтани-бәгиҙең һеңлеһе булған.
Жучиҙың ҡатындары:
1) Никтыумыш-фужин, Жәкәмбәнең (Жах-Гамбу), Онг-хандың (Ван-хан) энеһенең ҡыҙы;
2) Саркаду ҡатын, ҡунғыраттар ҡәбиләһенән, Жучи хандың бөтә ҡатындарынан да иң өлкәне, ул Урҙаның әсәһе;
3) Ултан ҡатын, Бәркә, Беркечар һәм Бүренең әсәһе;
4) Ҡотлоҡ ҡатын, баргут ҡәбиләһенән, Чимпайҙың әсәһе;
5) Күйкә ҡатын, кераиттар ҡәбиләһенән, мать Таңкуттың әсәһе;
6) Үки фужин, Анчи нойондың (Ильчи-нойон) ҡыҙы, ҡуңғыраттар ҡәбиләһенән, Батыйҙың әсәһе;
7) Нәсәр, Шибан һәм Чилауындың әсәһе;
8) Фарис, Шинкум һәм Шинкурҙың әсәһе.
«Жуси хандың ҡатындары күп ине, әммә исемдәре аталғаны ғына иғтибарға лайыҡ булды. Кәнизәктәре һанап бөткөһөҙ булған. Улар араһында Бухаланың (Бувала) әсәһе Каражин ҡатын һәм икенсеһе, меркит ҡәбиләһенән Туҡайтимерҙең әсәһе — Кагри ҡатын, Туҡайтимерҙең әсәһе бар ине. Башҡалары аталмаған, сөнки уларҙың исемдәре билдәһеҙ».
«Ышаныслы сығанаҡтар, уның ҡырҡҡа яҡын улы, һәм уларҙан бөткөһөҙ һандағы ейән-ейәнсәрҙәре булған, ләкин ара алыҫ һәм белгән бер кеше лә табылмағанлыҡтан, уларҙың тоҡомдары асыҡланмаған һәм аныҡ ҡына билдәләнмәгән; ләкин уның улдары һәм ейән-ейәнсәрҙәре тураһында мәғлүмәт ентекле бирелә».
Жучиҙың улдары: Рәшит әт-Диндең «Жәми әт-тәүарих»ына («Йылъяҙмалар йыйынтығы») ярашлы[23]:
1. Урҙа-Эжен (Орду-Ичен) (? — 1246/1251), Жучи Улусының һул ҡанаты (көнсығыыш өлөшө) хакимы
2. Батый (1208 — 1255 йй. тирәһе), Жучи Улусы хакимы (1227—1255)
3. Бәркә (1209—1266 йй. тирәһе), Жучи Улусы хакимы (1257—1266)
4. Бәркәсар
5. Шибан (Шейбан)
6. Таңкут (Тангут)
7. Бувал (Мувал, Могол)
8. Жилаукун (Чилакун)
9. Шиңкур
10. Чимбай (Чимтай)
11. Мөхәммәд
12. Удур
13. Туҡайтимер
14. Сиңку (Сиңкум, Шиңкум)
Тимури Шахрух ҡушыуы буйынса 829 (1426) йылда төҙөлгән «Муизз әл-ансаб фи шәжәрәт салатин могул»ға («Монгол солтандарының шәжәрә ағасында генеалогияны данлаған китап») ярашлы[24]:
15. Эсен
16. Бүре (Буре)
17. Хугачи
18. Кутадур (Кувадур)
Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә сағылышы
- Фольклорҙа
«Шәжәрәт Әл-Әтрәк» («Төркиҙәр шәжәрәһе») әҫәренә ярашлы, Сыңғыҙхандың бөтә ир һәм ҡыҙ балаларына ҡарағанда ла Жучиҙы нығыраҡ яратыуы билдәле, шулай булғас, береһе лә Сыңғыҙхан алдында Жучи хан тураһында яман һүҙ әйтергә ҡыйыулыҡтары етмәгән. Жуси хандың вафат булыуы тураһындағы хәбәрҙе Сыңғыҙханға бер кем дә әйтә алмай. Ниһайәт, әмирҙәр, Ыр тураһында бойороҡ сыҡҡандан һуң, бөйөк әмирҙәрҙең береһе Улуғ-Жирчи хәбәр итер, тигән ҡарарға килә. Шунан, Сыңғыҙхан Ыр тураһында бойороҡ биргәндән һуң, уңайлы мәл тура килтереп, төрөк жиры:
Тенгиз баштын булганды ким тондурур, а ханым? Терек тубтын джыгалды ким тургузур, а ханым?
Сыңғыҙхан Жирчиға төрөк жиры менән яуап әйтә:
Тенгиз баштын булганса тондурур олум Джучи дур, Терек тубтын джыгылса тургузур олум Джучи дур.
Жирчи һүҙҙәренең мәғәнәһе: «Диңгеҙ төбөнә тиклем бысранған, уны кем таҙартыр, батшам? Аҡ тирәк олононан йығылған, кем уны урынына ҡуйыр, батшам?»
«Диңгеҙ төбөнә тиклем бысранһа, уны таҙартыр - Жучи улым; аҡ тирәктең олоно төптән йығылһа, уны урынына ҡуйыр - Жучи улым!» - тип яуаплай Сыңғыҙхан.
Улуг Жирчи һүҙҙәрен ҡабатлағанда, күҙ йәштәре тәгәрәне. Сыңғыҙхан төрөк жир әйткән:
Козунг йашын чокуртур конглунг голды балгаймы? Джиринг конгуль бкуртур Джучи ольди болгаймы?
Жирчи Сыңғыҙханға яуаплай:
Сойлемекке эрким йок сен сойлединг, а ханым! Оз йарлыгынг озге джаб айу ойлединг, а ханым!
Мәғәнәһе: «Күҙ йәштәреңде түгәһең, йөрәкһенеп киттеңме ни? Һүҙең йөрәккә үтә, илата, әллә Жучи үлгәнме?» Шул ваҡытта Сыңғыҙхандың, Жучиҙың үлеме тураһында әйткән һәр кеше язаға дусар ителәсәк, тигән бойороғо сыҡҡанлыҡтан, Жирчи Сыңғыҙханға: «Был турала әйтергә көсөм һәм ихтыярым юҡ, эй батшам! Бойороғоң Һинең үҙеңдән юғары булһын, батшам! Яҡшы итеп уйланыңмы?», ти.
Сыңғыҙхан төрөк жир әйткән:
Кулун алган куландай кулунумдин айрылдым, Айрылышкан анкаудай эр олумдин айрылдым.
йәғни: «Һунарҙа үлтерер өсөн инә мышыны баҫтырған, балаһы тороп ҡалған кеүек, мин дә, дуҫлыҡҡа ышанып дошман араһында ҡалған аумаҡайҙай, юлдаштарымдан, ҡыйыу улымдан айырылдым», ти.
Сыңғыҙхандың был һүҙҙәренән һуң, бөтә әмирҙәре һәм нойондары, аяғүрә баҫып, ҡайғыһын уртаҡлашҡан һәм һамаҡлап илаған[10].
- Әҙәбиәттә
Жучи — Василий Григорьевич Яндың «Чингис-хан» һәм Исай Калистратович Калашниковтың «Жестокий век» романдарының персонажы.
- Кинола
- Жусиҙың һунар ваҡытында һәләк булыуының сюжеты ҡаҙаҡ легендаһы буйынса төшөрөлгән «Аҡһаҡ ҡолан» йәнһүрәте («Ҡаҙаҡфильм», 1968) нигеҙендә ята[25].
Хәтер
- Жучи хан (Жошы-хан) кәшәнәһе - Ҡаҙағстан Республикаһы Олотау өлкәһенең Олотау районында (Еҙҡаҙғандан төньяҡ-көнсығышҡа табан 50 км алыҫлыҡта) урынлашҡан архитектура ҡомартҡыһы[26].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гумилёв Л. Н. В поисках вымышленного царства. Трилистник мышиной норы . gumilevica.kulichki.net. Дата обращения: 1 июнь 2019. Архивировано 17 май 2008 года.
- ↑ Храпачевский Р. П. Военная держава Чингисхана. — АСТ, 2004. — С. 78. — 557 с.
- ↑ Вопросы истории Казахстана. — Институт истории и этнографии имени Ч. Валиханова, 2002. — С. 14.
- ↑ Бартольд В. В. Сочинения: Туркестан в эпоху Монгольского нашествия. — Изд-во Восточной лит-ры, 1963. — С. 595.
- ↑ Государственный Эрмитаж. Культура и искусство востока. Золотая Орда (билдәһеҙ). Государственный Эрмитаж. Государственный Эрмитаж (2011). — Шедевры коллекции.
- ↑ Р.Г.Фахрутдинов. История татарского народа и Татарстана. (Древность и средневековье) / Российская государственная библиотека (РГБ). Учебник для средних общеобразовательных школ, гимназий и лицеев.. — Казань: Магариф, 2000. — 255 с.
- ↑ Гатин М.С., Абзалов Л.Ф., Юрченко А.Г. Образование Золотой Орды: улус Джучи Великой Монгольской империи (1207-1266): источники по истории Золотой Орды: от выделения удела Джучи до начала правления первого суверенного хана / Гатин М.С., Абзалов Л.Ф., Юрченко А.Г.. — Казань: Татарское книжное издательство, 2008. — 479 с. — ISBN 978-5-298-01610-0.
- ↑ Почекаев Р.Ю. Золотая Орда. История в имперском контексте / РЕДАКЦИОННАЯ КОЛЛЕГИЯ СЕРИИ «НАУЧНО-ПОПУЛЯРНАЯ ЛИТЕРАТУРА» Д. Д. Беляеву Т. В. Гимон, И. О. Ермаченко, А. А. Исэров, А. Ю. Карачинский (ученый секретарь), Н. Н. Крадин, П. Ю. Уваров (председатель), Т. А. Филиппова (зам. председателя) Рецензент : доктор исторических наук, профессор Т. И. Султанов. — Санкт-Петербург: НАУКА, 2017. — С. 9. — 206 с. — ISBN 978-5-02-039675-3.
- ↑ Клейн Л. С. Происхождение славян. Версия биохимическая (Спор с Клёссовым). Публикуем рецензию археолога и филолога, доктора исторических наук Л. С. Клейна на книгу А. А. Клёсова «Происхождение славян», опубликованную в журнале «Российский археологический ежегодник». Хотя книга вышла в 2013 году, ее разбор с позиций науки представляется нам по-прежнему актуальным . генофонд.рф. web (15 март 2015). — «Хоть Джучи и не был биологическим сыном Темучина, потомки Джучи — полноправные чингизиды. И то же относится к большинству аристократических родов. Усыновление практикуется во многих культурах, и юридическое отцовство может значить не меньше, чем биологическое». Дата обращения: 25 июнь 2022. Архивировано 9 май 2021 года.
- ↑ 1 2 Родословие тюрков — Шаджарат ал-атрак . www.vostlit.info. Дата обращения: 23 май 2019. Архивировано 10 май 2019 года.
- ↑ Зайцев И.В. Тюркологический сборник 2003-2004 (Тюркские народы в древности и средневековье). Крымская историография эпохи Средневековья и Нового времени / С.Г. Кляшторный (председатель), Т.И. Султанов, В.В. Трепавлов. — Москва: «Восточная литература», 2005. — С. 54—55. — 48-85 с. — ISBN 5-02-018491-8 (в пер.).
- ↑ ФАЗЛАЛЛАХ РАШИД-АД-ДИН->СБОРНИК ЛЕТОПИСЕЙ->ПУБЛИКАЦИЯ 1946-1952 ГГ.->ТОМ II->ЧАСТЬ 3 . www.vostlit.info. Дата обращения: 2 июнь 2019. Архивировано 3 июнь 2019 года.
- ↑ УТЕМИШ-ХАДЖИ ИБН МАУЛАНА МУХАММАД ДОСТИ->ЧИНГИЗ-НАМЕ->ТЕКСТ . www.vostlit.info. Дата обращения: 2 июнь 2019. Архивировано 24 май 2019 года.
- ↑ Смаилов Ж.Е. Памятники археологии западной Сарыарки (Средневековые городища и поселения). — Караганда: Tengri Ltd, 2015. — С. 16—23. — 141 с. — ISBN 978-601-7814-31-1.
- ↑ К. З. Ускенбай. Восточный Дашт-и Кыпчак в XIII — начале XV века. Проблемы этнополитической истории Улуса Джучи / И. М. Миргалеев. — Серия "История и культура Золотой Орды" Выпуск 17. — Казань: "Фэн" АН РТ, 2013. — С. 58. — 288 с. — ISBN 978-5-9690-0205-0.
- ↑ Казахи всегда понимали сакральное значение земли Улытау, — С. Сакенов . Дата обращения: 27 ноябрь 2014. Архивировано 28 март 2018 года.
- ↑ Джамал ал-Карши. Ал-Мулхакат би-с-сурах / История Казахстана в персидских источниках. — Алматы: Дайк-Пресс, 2005. — Т. 1. — С. 119. — 416 с.
- ↑ Ускенбай К.З. Восточный Дашт- и Кыпчак в XIII – начале XV века. Проблемы этнополитической истории Улуса Джучи. — Казань: «Фэн» АН РТ, 2013. — С. 65–67. — 288 с.
- ↑ Утемиш-хаджи. Кара таварих / Транскрипция И.М. Миргалеева, Э.Г. Сайфетдиновой, З.Т. Хафизова; перевод на русский язык И.М.Миргалеева, Э.Г. Сайфетдиновой; общая и научная редакция И.М. Миргалеева. — Казань: Институт истории им. Ш.Марджани АН РТ, 2017. — С. 28. — 312 с.
- ↑ Семби М.К. Краткий энциклопедический словарь исторических топонимов Казахстана / Сост. И.В. Ерофеева. — Алматы: КазНИИК, 2014. — С. 427–431.
- ↑ Хорош Е.Х. К вопросу о строительной истории мавзолея Жоши-хана // Научные чтения памяти Н.Э. Масанова. — Алматы: Дайк-Пресс, 2009. — С. 101–109.
- ↑ Усманова Э.Р., Ускенбай К.З., Кожа М.Б., Панюшкина И.П., Соловьева Л.Н., Ахатов Г.А. Мавзолей Джучи-хана: реалии, легенды и обряд // Археология евразийских степей. — 2022. — № 3.
- ↑ Рашид ад-Дин. Сборник летописей. — Т. 2. — С. 66—78.
- ↑ «Муизз ал-ансаб фи шаджарат салатин могул» (кратко — Муизз) составлена неизвестным автором по поручению тимурида Шахруха в 829 (= 1426) году.
- ↑ Асенин С. В. Мир мультфильма. — Рипол Классик, 2013. — С. 95. — 310 с. — ISBN 9785458305167.
- ↑ Мавзолей Жошы-хана и Домбаула . Дата обращения: 24 май 2019. Архивировано 24 май 2019 года.
Әҙәбиәт
- Сығанаҡтар
- Лубсан Данзан. Алтан Тобчи. Золотое сказание. Перевод Н. П. Шастиной / Румянцев Г. Н. — Москва: Наука, 1973. — 440 с.
- Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Перевод с персидского Л. А. Хетагурова, редакция и примечания профессора А. А. Семёнова. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1952. — Т. 1, кн. 1.
- Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Перевод с персидского О. И. Смирновой,редакция профессора А. А. Семёнова. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1952. — Т. 1, кн. 2.
- Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Перевод с персидского Ю. П. Верховского, редакция профессора И. П. Петрушевского. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1960. — Т. 2.
- Монгольский обыденный изборник // Сокровенное сказание. Монгольская хроника 1240 г. ЮАНЬ ЧАО БИ ШИ / Перевод С. А. Козина. — М.-Л.: Издательство АН СССР, 1941. — Т. I.
- Юань ши. История династии Юань. — М.: Пекин, 1976.
- Өҫтәмә әҙәбиәт
- Бартольд В. В. Туркестан в эпоху монгольского нашествия // Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Наука, 1963. — Т. I. — С. 87, 101, 236, 435—437, 452, 459, 468, 474, 481, 483, 484, 497—504, 522, 524, 525, 531, 554, 595.
- Бартольд В. В. Работы по истории и философии тюркских и монгольских народов // Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Наука, 1968. — Т. V. — С. 126—128, 130, 133−139, 142, 145, 148—150, 171, 212, 217, 255, 227, 275, 401, 402, 496, 499, 503—505, 564, 591, 621, 627.
- Кычанов Е. И. Жизнь Темучжина, думавшего покорить мир. Чингис-хан: личность и эпоха. — М.: Издат. фирма «Восточная литература», 1995. — С. 25, 72, 73, 77, 86, 117, 138, 150, 168, 173, 176, 177, 180, 181, 184—186, 189, 192, 195, 199, 204, 205, 213, 219, 221. — 274 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-02-017390-8.
- Лео Де Хартог. Чингисхан. Завоеватель мира. М.: Олимп: АСТ:Астрель, 2007. ISBN 978-5-17-042982-0
- Почекаев Р. Ю. Батый. Хан, который не был ханом. — М., СПб.: АСТ, Евразия, 2006. — 350 с. — ISBN 978-5-17-038377-1.
- Султанов Т. И. Чингиз-хан и Чингизиды. Судьба и власть. — М.: АСТ:АСТ МОСКВА, 2006. — 445 с. — (Историческая библиотека). — 5000 экз. — ISBN 5-17-035804-0.
Һылтанмалар
- Искандер Ундасынов. Джучи-хан
- Biran M. Joči (ингл.). Encyclopædia Iranica (15 июнь 2009). Дата обращения: 14 декабрь 2010. Архивировано 24 август 2011 года.
- Джучи // Энциклопедический лексикон: В 17 т. — СПб.: Тип. А. Плюшара, 1839. — Т. XVI: ДВА—ДИОН. — С. 274—275.
Ҡалып:Чингисхан Ҡалып:Сокровенное сказание монголов Ҡалып:Правители Золотой Орды