Жүрәева Нардиә Ғариф ҡыҙы

Жүрәева Нардиә Ғариф ҡыҙы (рус. Джураева Нурдия Гарифовна; татар. Җүрәева Нурдия Гариф кызы; 1937 йылдың 2 июне, Ҡазан ҡалаһы) — хор дирижёры, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре, Татарстан АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003), Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1995)[1].

Биография

1937 йылдың 2 июнендә Ҡазан ҡалаһында тыуған.

1964 йылда Ҡазан дәүләт консерваторияһын профессор С. А. Казачковтың хор дирижёрлығы класы буйынса тамамлай. Музыка училищеһында уҡыта.

1972 йылдан Ҡазан консерваторияһында уҡытыусы булып эшләй.

1981 йылда хор дирижёрлығы кафедраһы доценты вазифаһын башҡара һәм консерваторияның башҡарыу факультеттары деканы итеп тәғәйенләнә.

1981—1982 һәм 1985—2005 йылдарҙа — Татар опера һәм балет театрының баш хормейстеры[2][3].

1982—1985 йылдарҙа — Татар АССР-ының мәҙәниәт министры урынбаҫары.

1987 йылдан — Татарстандың Музыкаль йәмғиәте идараһы рәйесе.

1992—1998 йылдарҙа Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт фонды идараһын етәкләй.

2006 йылдан — М. Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры хормейстеры.

Театр постановкалары

Нардиә Жүрәеваның хормейстер булараҡ эштәре араһында — Вердиның «Отелло», Доницеттиның «Дон Паскуале» опералары, Ҡалимуллиндың милли рок-операһы «Кәкүк тауышы», Кальмандың «Сыған-премьер» һәм «Сильва» оперетталары, Рахманиновтың «Яҙ» кантатаһы, Генделдең «Мессия», Вердиҙың «Реквием», Моцарттың «Фигаро туйы» һәм «Тылсымлы флейта», Вердиҙың «Фальстаф» һәм «Набукко» опералары, шулай уҡ Мулюковтың «Сөйөмбикә» (концерт башҡарыуы), Әхиярованың «Шағир мөхәббәте», Жигановтың «Жәлил» опералары (татар телендә)[3][4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Татарстан АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986);
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1995);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003);
  • «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (14 июнь 2007 йыл, Татарстан)[5];
  • Татарстан Республикаһы Президентының Рәхмәте (2017)[6].

Иҫкәрмәләр

  1. Джураева Нурдия Гарифовна. matbugat.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2020. Архивировано 29 март 2020 года.
  2. Айсылу Кадырова. [http://old.evening-kazan.ru/article.asp?from=number&num_dt=19.06.2007&id=25901 Вечерняя Казань / № 96 (3454) / Покой ей только снится]. old.evening-kazan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026.
  3. 1 2 Нурдия Джураева: «Вклад в развитие музыкального искусства». kazan.bezformata.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2020. Архивировано 29 март 2020 года.
  4. [https://viva-music.info/index.php/kazan-2018-klimov/11-kazan/16-zhyuri-ii-konkursa-khorov?ysclid=mmmw5c6vxi190893477 Джураева Нурдия Гарифовна, член совета жюри]. viva-music.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026.
  5. [https://kazan-opera.ru/team/choir/nuriya-dzhuraeva/?ysclid=mmmw6zf7ag160009416 Нурия Джураева]. kazan-opera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026.
  6. [https://msu.tatarstan.ru/index.htm/news/939046.htm За многолетнюю творческую деятельность и большой вклад в развитие музыкального искусства]. Портал муниципальных образований РТ (новый) (2 июнь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026.

Әҙәбиәт

Татар энциклопедик һүҙлеге. — Ҡазан: Татар энциклопедияһы институты АН РТ, 1999. — С. 98. — 703 с. — ISBN 0-9530650-3-0.