Задич Алма
Тормош баҫҡыстары
1994 йылда Боснияла һуғыш башланғас, ата-әсәһе менән Австрияға ҡаса, бында улар Венаға килеп урынлаша. Алма мосолман тип яҙылған була, әммә үҙе ниндәй ҙә булһа дин тотоуын инҡар итә[7][8].
Алма Вена университетында юридик факультетта хоҡуҡ фәндәрен өйрәнә, Колумбия университетында Нью-Йоркта (АҠШ) магистратура тамамлай. Студент сағынан уҡ Задич задича Миграция буйынса халыҡ-ара ойошмала (МОМ) кесе ғилми хеҙмәткәр, Гаагала Элекке Югославия буйынса халыҡ-ара трибуналда стажер булып эшләй[8].
Сәйәсәткә килгәнсе күп милләтле «Freshfields Bruckhaus Deringer» Юридик фирмаһының Лондон штаб-квартираһында Задич өлкән ғилми хеҙмәткәр була[8].
Сәйәси карьера һәм янъялдар
2019 йылда Задич Австрия парламентына Йәшелдәр партияһынан күрһәтелә һәм Австрия милли советына һайлана[9].
2019 йылда Задич Интернетҡа ҡуйған бер фотография арҡаһында янъял сыға, йәнәһе, бер егет нацистарса ҡул күтәреп сәләмләп тора, тип аңлатма яҙа. 2019 йылда Вена суды Алманы яла яғыуҙа ғәйеләп ҡарар сығара һәм унан 700 евро түләтә[10][11]. Задич апелляцияға бирә, һәм ҡарар әлегә көсөнә инмәгән[12][13][14].
2020 йылдың 7 ғинуарында Алма Задич, өс фирҡәләше менән бер мәлдә, Австрия Президенты Александр ван дер Белленға юстиция министры булараҡ ант бирә[6]. Матбуғатта Задичты йыш ҡына «Австрия Республикаһында мигранттарҙан беренсе министр» тип яҙып сығалар[15]. Вазифаһын үтәүгә тотонғас, уға мыҫҡыллауҙар һәм янауҙар тулҡыны ябырыла һәм уға 2020 йылдың 8 ғинуарынан полиция һағы беркетелә[16][17].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Wer ist Wer
- ↑ 1 2 Bartlau C., Gennies S. Flucht in die Regierung (нем.) // Der Tagesspiegel / Hrsg.: S. Casdorff — Deutschland: Verlag Der Tagesspiegel, 2020. — сығ. 24056. — S. 3. — ISSN 1865-2263
- ↑ http://www.bmi.gv.at/412/Nationalratswahlen/Nationalratswahl_2017/Bundeswahlvorschlag_PILZ.aspx — Федеральное министерство внутренних дел Австрии.
- ↑ Алма З. Transitional justice in former Yugoslavia : the influence of the ICTY on the development of the rule of law in Bosnia and Herzegovina, Croatia, and Serbia — Вена: 2017.
- ↑ https://kurier.at/politik/inland/der-neue-nationalrat-startet-mit-86-neulingen/296.943.695
- ↑ 1 2 red, ORF at/Agenturen Alma Zadic: Von JETZT ins Justizministerium (нем.). news.ORF.at (31 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2020.
- ↑ Austria minister Alma Zadic targeted by web hate speech. BBC (9 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2020.
- ↑ 1 2 3 Alma Zadic: The refugee who became a government minister. infomigrants.net (14 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2020.
- ↑ JETZT-Mandatarin Zadic kandidiert für Grüne (нем.). news.ORF.at (2 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2020.
- ↑ Grünen-Abgeordnete Zadic wegen übler Nachrede verurteilt (нем.). Wiener Zeitung (14 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2020.
- ↑ Üble Nachrede: Grünen-Abgeordnete Zadic muss 700 Euro zahlen (нем.). vienna.at (14 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2020.
- ↑ Grün-Abgeordnete Zadic wegen übler Nachrede verurteilt. Kurier (14 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2019.
- ↑ Twitter-Eintrag bringt Abgeordnete vor Gericht. Die Presse (9 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ғинуар 2020.
- ↑ FPÖ will Zadic als Justizministerin verhindern. krone.at (5 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ғинуар 2020.
- ↑ Was die erste österreichische Ministerin mit Migrationshintergrund erreichen will. Handelsblatt.com. 6. Jänner 2020, abgerufen am 9. Jänner 2020.
- ↑ Fabian Schmid. Identitäre und FPÖ gegen Alma Zadić: Anatomie einer Kampagne. Der Standard (7 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2020.
- ↑ Bundespräsident Van der Bellen stellt sich hinter Alma Zadić. Die Presse (8 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2020.