Зайцев Гавриил Фёдорович

Зайцев Гавриил Фёдорович (7 апрель 1905 йыл — 8 июнь 1975 йыл) — хәрби хеҙмәткәр. СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты вице-адмиралы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Биографияһы

Гавриил Фёдорович Зайцев 1905 йылдың 7 апрелендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында тыуған.

1927 йылда СССР Хәрби-Диңгеҙ флотына хеҙмәткә саҡырыла. Ҡыҙылфлотсы, кесе командир, клуб начальнигы булып хеҙмәт итә.

1932 йылдан партия-сәйәси вазифаларҙа хеҙмәт итә, Ленинград хәрби-диңгеҙ базаһы сәйәси бүлегенең партия комиссияһы яуаплы секретары, һыу аҫты кәмәһе хәрби комиссары була.

1938 йылда В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияның хәрби-диңгеҙ факультетын тамамлай.

1938—1939 йылдарҙа Зайцев СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының Төп сәйәси идаралығы кадрҙар бүлеге начальнигы булып хеҙмәт итә[1].

Бөйөк Ватан һуғышын Гавриил Зайцев Каспий хәрби флотилияһы Хәрби советы ағзаһы булып ҡаршылай. Әүҙем хәрби хәрәкәт башлау менән, ул Балтик яр буйы оборонаһы хәрби комендантының сәйәси бүлеге буйынса урынбаҫары вазифаһына йүнәлтелә. 1942 йылда Зайцев Алыҫ Көнсығышҡа күсерелә һәм Тымыҡ океан флоты сәйәси идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй. Шул уҡ йылдың 12 декабрендә уға яр буйы хеҙмәттәре генерал-майоры хәрби дәрәжәһе бирелә.

Һуғыштан һуң Гавриил Зайцев СССР Хәрби-Диңгеҙ флотында партия-сәйәси вазифаларҙа хеҙмәтен дауам итә. 1951 йылдың ноябрь айында уға «генерал-лейтенант» хәрби дәрәжәһе бирелә. 1955 йылда Генераль штаб Хәрби академияһының хәрби-диңгеҙ факультетын тамамлай. 1956 йылда Зайцев отставкаға сыға. Уның һуңғы вазифаһы — СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының Баш штаб начальнигының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары. 1975 йылдың 8 июнендә вафат була, Мәскәүҙә Введенский зияратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Горжусь своей нацией. (рус.). Союз ветеранов Республики Татарстан.. Проверено 11 апреля 2014.