Заменһоф Клара Александровна

Заменһоф Клара Александровна (ҡыҙ фамилияһы Зильберник, 1863 йылдың 5 октябре, Каунас[d], Ковно губернаһы[d], Рәсәй империяһы1924 йылдың 6 декабре, Варшава, Польша) — эсперантсы, Людвик Заменһофтың ҡатыны.

Заменһоф Клара Александровна 1863 йылдың 5 октябрендә Ковно ҡаоаһында (хәҙер — Каунас, Литва) һабын заводы хужаһы Александр (Сендер Лейбович) Зильберник ғаиләһендә тыуа[3][4].

1886 йылда Людвик Заменһоф менән танышып, 1887 йылда кейәүгә сыға.

Халыҡ-ара эсперанто телен булдырыуҙа ире менән бер фекерҙә була. Уға Unua Libro беренсе эсперанто дәреслеген баҫтырып сығарыуҙа ярҙам итеү өсөн, үҙенең бирнәһен: ун мең һум аҡса бирә.

Ул бөтә ғүмере буйы иренең ярҙамсыһы була, бик йыш шәхси сәркәтип эшен башҡара. Л. Заменһоф вафат булғандан һуң, эсперантоны донъяға таратыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыуын дауам итә.

1921 Конкордо эсперантсыларының Варшава йәмғиәтен ойоштороу инициаторы була. 1905—1924 йылдарҙа Бөтә донъя эсперанто конгрестарында ҡатнаша.

Уның атаһы Ковно һабын заводы хужаһы, эсперансы Александр Зильберник (1831—1906 йәки 1832—1903) «Первая книга (Unua Libro)» беренсе эсперанто дәреслеген сығарыуҙы финанслай.


Никахында өс балаһы була: Адам (1888—1940), София (1889—1942) һәм Лидия (1904—1942).

Иҫкәрмәләр