Зарипова Ғәйникамал Ҡиям ҡыҙы
Биографияһы
Зарипова Ғәйникамал Ҡиям ҡыҙы 1943 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Тауҡай-Гәйнә ауылында тыуған[1]. 1970 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1964 йылдан алып Мәләүез районының М.Ғафури исемендәге колхозында баш агроном, 1967 йылда — Ишембай зона агрохимия лабораторияһында эшләй.Я 1970 йылдан башлап өлкән агрохимик вазифаһын башҡара. 1975 йылдан башлап Башҡорт ауыл хужалығының ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр (1976 йылда), 1991 йылдан алып төп ғилми хеҙмәткәр, 1998 йылда бүлек мөдире булып эшләй[1].
1977 йылда ауыл хужалығы фәндәре кандидатына дәғүә итеп, «Влияние удобрений, внесенных под планируемый урожай, и орошения на продуктивность сахарной свеклы в условиях Предуральской степи Башкирии» тигән темаға диссертация яҡлай[2].
Зарипова Ғәйникамал Ҡиям ҡыҙының фәнни эшмәкәрлеге күп йыллыҡ мал аҙығы культураларының яңы сорттарын сығарыуға, мал аҙығы үҫемлектәрен өйрәнеү һәм уларҙы үҫтереү технологияһын эшләүгә арналған[1]. Зарипова тарафынан аҡ ҡандала үләненең — Чермасан, күк гибридлы люцернаның — Бибинур, тамырсалы суҡҡыяҡтың — Урал, шифалы тәкә һаҡалының Иглинская сорттары сығарыла, күп йыллыҡ мал аҙығы культуралары (ҡамыш бүтәгәһе, ҡуһа муртһабаҡ, ҡыҙыл йыланҡуҙаҡ, себер аҡтамырсығы һ.б.) баҫыуға индерелә. Зарипова көнсығыш кәзә үләне, люцерна һәм соя орлоғонан юғары уңыш алыу технологияларын эшләй, улар Башҡортостан Республикаһының Урал аръяғы дала зонаһы, Урал алды дала зонаһы һәм Көньяҡ урман‑дала зонаһы хужалыҡтарында индерелгән[1].
Ғ.Ҡ. Зарипова 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы. Рәсәй Федерацияһы Президенты В. Путин Указы менән Зарипова Ғәйникамал Ҡиям ҡыҙына «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Зарипова Ғәйникамал Ҡиям ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Зарипова, Гайникамал Киямовна
- ↑ Башкирскому ученому Гайникамал Зариповой присвоено почетное звание 2021 йылдың 24 октябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Зарипова Ғәйникамал Ҡиям ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башкирскому ученому Гайникамал Зариповой присвоено почетное звание 2021 йылдың 24 октябрь көнөндә архивланған.
- Зарипова, Гайникамал Киямовна