Заһиҙуллин Мирсаяф Иҙиәт улы

Заһиҙуллин Мирсаяф Иҙиәт улы (1908 йыл — 10 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы[1][2][3].

Биографияһы

Заһиҙуллин Мирсаяф Иҙиәт улы 1908 йылда Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Аҡташ ауылында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армияға 1942 йылдың 8 ғинуарында Ғафури район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][3]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294‑се гвардия кавалерия полкында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[2].

1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылы тирәһендә һуғыш яланында хәбәрһеҙ юғала[1][2].

Сығанаҡтар