Зиннәтуллин Закир Шакир улы
Закир Шакир улы Зиннәтуллин (рус. Зиннатуллин Закир Шакирович; 1951 йылдың 22 майы, Урта Хәжәт, Башҡорт АССР-ы) — инженер, журналист, яҙыусы. шағир һәм тәржемәсе. 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
Закир Шакир улы Зиннәтуллин 1954 йылдың 22 майында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Урта Хәжәт ауылында тыуған.
1976 йылда урта мәктәпте тамамлай һәм Өфө авиация институтына уҡырға инә, инженер һөнәре буйынса юғары белем ала.
1981—1983 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң конструкторлыҡ бюроһында инженер-конструктор булып эшләй.
1992 йылдан журналистика өлкәһендә хеҙмәт һала: Башҡортостан гәзите, Ватандаш һәм Шоңҡар журналдары редакцияларында, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығында хеҙмәткәр була. 2001 йылдан Ватандаш журналының мөхәррир урынбаҫары[1].
Әҙәби эшмәкәрлеге
Китаптары
- Ватан һәм Ил тураһында белек : [героик поэма] / Закир Зиннәтуллин. — Өфө : Китап, 2008. — 94, [1] с. : цв. ил.; 20 см; ISBN 978-5-295-04455-7
Матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 9, Библиотека №. Литературные минуты «К юбилею Закира Зиннатуллина». - Библиотека № 9 (модельная библиотека имени Даута Юлтыя) (ru-RU), Библиотека № 9 (модельная библиотека имени Даута Юлтыя) (24 май 2024). 1 апрель 2026 тикшерелгән.
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 март 2024)