Златоуст операцияһы
Златоуст операцияһы (рус. Златоустовская операция) — Рус армияһының Көнсығыш фронты көстәренә ҡаршы РККА-ның Көнсығыш фронты 5-се армияһының 1919 йылдың июнь—июлендәге һөжүм операцияһы. Көнсығыш фронты контрһөжүменең ҡушма өлөшө.
Планлаштырыу һәм операция барышы
Ҡыҙыл Армияһының һөжүме 24 июндә уңышлы тамамланған Өфө операцияһынан һуң башлана. 24—25 июндә ҡыҙылдарҙың 26-сы һәм 27-се уҡсылар дивизиялары Ҡариҙел йылғаһы аша сыға. 27-се дивизия һуғыша-һуғыша Бөрө тракты буйлап хәрәкәт итә. 26-сы дивизия алышһыҙ Йүрүҙән йылғаһы үҙәндәре буйлап алға бара һәм 2 июлдә аҡтарҙың Нәсибаш ауылы янындағы позицияларына барып сыға, бында ҡаты һуғыш башлана. Аҡтар тулыһынса тиерлек 26-сы дивизияны ҡамап ала, әммә 5 июлдә төньяҡтан Нәсибашҡа ҡыҙылдарҙың 27-се дивизияһы килеп етә һәм өс көнлөк алыштарҙан һуң аҡтарҙың ғәскәрҙәре Ҡуҫа, Бирҙәүеш һәм Һатҡы рубежына алып ташлана. Ошо уҡ ваҡытта рубежға көньяҡтан быға тиклем Белорет һәм Тирлән заводтарын баҫып алған 24-се дивизия һәм шулай уҡ (төньяҡтан) 35-се уҡсылар дивизияһы килеп етә. Уларҙың берлектәге һөжүме менән 10-12 июлдә аҡтарҙың оборонаһы өҙөлә һәм 13 июлдә Златоуст яулана.
Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл армияһы уңышлы үткәрелгән операция ярҙамында Көньяҡ Уралдағы иң мөһим булған тау сәнәғәте үҙәктәрен баҫып ала һәм артабан көнсығышҡа табан (Силәбе операцияһы) һөжүмен башлай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Р.Г. Гагкуев Генерал Каппель //Каппель и каппелевцы. 2-е изд., испр. и доп. М.: НП «Посев», 2007 ISBN 978-5-85824-174-4, С.86
- ↑ Гражданская война в США — Йокота / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — С. 465. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 3).
Әҙәбиәт
- Гражданская война в США — Йокота / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — 678 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 3).
- Гражданская война и иностранная интервенция в СССР. М., 1983