Зәбихуллин Карамат Зәбихулла улы

Зәбихуллин Карамат Зәбихулла улы (1912 йыл, Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Әбдрәхим ауылы — 12 апрель 1944 йыл, Украина, Владимир-Волынск ҡалаһы) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы[1][2].

Биографияһы

Зәбихуллин Карамат Зәбихулла улы 1912 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әбдрәхим ауылында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армияға 1942 йылдың декабрендә Мәсетле район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58‑се гвардия кавалерия полкында ат тотоусы булып хеҙмәт итә[1].

1944 йылдың 12 апрелендә һуғыш яланында һәләк була. Украина ССР-ының Волынский өлкәһе Владимир-Волынский районы Владимир-Волынский ҡалаһында ерләнгән[1][2].

Сығанаҡтар