Зәйтүнов Йәлил Насип улы

Йәлил Насип улы Зәйтүнов (рус. Зайтунов Ялиль Насибович; 1976 йылдың 27 ноябре, Байым, Башҡорт АССР-ы) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Коммуналь хеҙмәтләндереүҙең Әбйәлил махсус предприятиеһы» муниципаль унитар предприятиеһы директоры (2020). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1].

Биографияһы

Йәлил Насип улы Зәйтүнов 1976 йылдың 27 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Байым ауылында тыуа. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1998 йылда Башҡортостан Республикаһының Таможня идаралығында оператив иҫәп төркөмдәре инспекторы вазифаһында башлай, һуңынан шунда уҡ оператив-эҙләү бүлегенең өлкән оперуполномоченныйы, таможня һағы бүлеге оператив-дежур бүлексәһенең өлкән инспекторы булып эшләй.

2007—2010 йылдарҙа Әбйәлил юл-ремонт-төҙөлөш идаралығы участкаһы мастеры була.

2011 йылдан 2020 йылға тиклем райондың Байым ауыл советының ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһында эшләй.

2020 йылдан «Коммуналь хеҙмәтләндереүҙең Әбйәлил махсус предприятиеһы» муниципаль унитар предприятиеһы директоры[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы муниципаль районы советы депутаты итеп һайлана. 2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Парлеманттың Торлаҡ сйәйсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ағзаһы. «Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы» сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан Республикаһы бүлексәһенең фракция ағзаһы[1].

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән ике бала — ҡыҙ һәм ул үҫтерә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты
• Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Депутаты. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.