Зәйтүнә

Disambig.svg
РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Зәйтүнә
SEO_index noindex

Зәйтүнә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәйтүнә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе мәңге йәшел тигәнде аңлата. Зәйтүн ағасы, зәйтүн гөлө атамаһынан алынған.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинова (14 август 1923 йыл — 1 октябрь 2009 йыл) — башҡорт балет артисы, педагог. СССР-ҙың (1955) һәм РСФСР-ҙың (1954) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1946) артисы. Октябрь Революцияһы (1976), «Почёт Билдәһе» (1946) ордендары кавалеры.

Зәйтүнә Ислам ҡыҙы Бикбулатова (28 май 1908 йыл — 23 февраль 1992 йыл) — башҡорт театр актёры. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1928—1992 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. СССР‑ҙың (1973) һәм РСФСР‑ҙың (1955) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР‑ының (1944) атҡаҙанған артисы. РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге (1967), БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге (1976) дәүләт премиялары лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958), «Почёт Билдәһе» (1968) ордендары кавалеры.

Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова (10 июнь 1948 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, балалар яҙыусыһы, телевизион тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).

Зәйтүнә Зариф ҡыҙы Илбаева (23 февраль 1906 йыл — 5 октябрь 1983 йыл) — йырсы (лирик сопрано), педагог. 1938 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1952 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, 1955 йылдан — солисы, 1961—1966 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1942). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. (1955).

Зәйтүнә Сабир ҡыҙы Ғәзизова (26 февраль 1937 йыл) — опера йырсыһы, 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).

Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы Әлибаева (1922 йыл — 9 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, ПВО часе элемтәсеһе.

Зәйтүнә Һәйбән ҡыҙы Йәнбарисова (25 декабрь 1931 йыл) — педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы Дударева (24 октябрь 1954 йыл) — ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1999—2006 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы проректоры. Филология фәндәре докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).

Зәйтүнә Ҡәнзәфәр ҡыҙы Ханова (30 июль 1956 йыл) — журналистика ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).

Зәйтүнә Ғилемхан ҡыҙы Ғилемханова (Малюта) (14 август, 1922 йыл — 2015 йыл) — гвардия сержанты, приборсы, зенитсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы Ниғәмәтйәнова (ижади псевдонимы З. Әйле; 10 апрель 1971 йыл) — журналист. 2010 йылдан «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. 2015 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018).

Зәйтүнә әүлиә — Зәйтүнә Һиҙиәтова (Ғабдуллина) күренекле дин әһеле, Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе Ғабдулла Сәйеди ишандың ейәнсәре.

Насирова Зәйтүнә Зиннәт ҡыҙы (1947), Өфө медицина колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әз-Зәйтүнә мәсете (ғәр. جامع الزيتونة‎‎ — зәйтүн мәсете) — Тунистың баш ҡалаһында урынлашҡан иң боронғо һәм төп мәсеттәрҙең береһе. 5000 м² майҙанды биләй һәм унда туғыҙ инеү урыны бар[1]. Зәйтүн мәсетендә Карфагендың харабаһынан төҙөлгән 160 бағана бар[2]. Мәсет шулай уҡ тәүге һәм иң ҙур ислам университеты булып танылыу алған[3].
  • Зәйтүнбағы (төр. Zeytinbağı йәки Триглия грек. Τρίγλια) — Төркиәләге тарихи Вифиния өлкәһенә ингән диңгеҙ буйы ҡалаһы, халҡы 2,5 мең самаһы кеше. Әлеге ваҡытта ҡалала яңы төҙөлөштәр сикләнгән.
  • Зәйтүн майы — зәйтүн ағасының емештәренән һығып алынған үҫемлек майы лат. Olea europaea. Олеин кислотаһы эфиры менән майлы кислоталарҙың триглицериды ҡушылмаһынан хасил. Сортына ҡарап, һарғылт төҫтән башлап, ҡуйы йәшел төҫтә булыуы мөмкин. Тәме әскелт. Иреү температураһы 7-10 °C[4].
  • «Зәйтүнәкәй» йыры[5] — рус телендәге билдәле «Катюша» йырының һүҙҙәрен Ҡадир Даян башҡорт теленә тәржемә итә һәм «Зәйтүнәкәй» тип исем бирә.
  • «Зәйтүнгөл» — Нәжиб Асанбаевтың ысын мәғәнәһендә һөйә белгән, хатта ғәфү итмәҫлек хыянатты ла ғәфү итеп, мөхәббәтенә тоғро ҡалған ҡатын образын һүрәтләгән драмаһы[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Achour, M.A. (1991). «Djami al Zaytuna, al-ma lamu wa fidjaluhu (The Zaytuna Mosque, the monument and the men)».
  2. Great Mosque of Zaytuna. Museum With No Frontiers. Архивировано 30 апрель 2013 года.
  3. About Zaytuna Institute. Zaytuna Institute of California. Архивировано из оригинала 23 август 2004 года. 2009 йылдың 27 февраль көнөндә архивланған.
  4. См. «Толковый словарь живого великорусского языка», статья «Масло»
  5. «Зәйтүнәкәй» йыры һүҙҙәре
  6. Зәйтүнгөл

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ