Зәкиев Вара Закир улы

Зәкиев Вара Закир улы (1914 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы, III дәрәжә Дан ордены (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) кавалеры[1][2][3]

Биографияһы

Зәкиев Вара Закир улы 1914 йылда Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Үрәҙмәт ауылында тыуған[1][2][3]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың 8 декабрендә[1][2], икенсе мәғлүмәт буйынса 1942 йылдың 8 ғинуарында[3] Әлшәй район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 20‑се гвардия айырым һауа һөжүменә ҡаршы оборона дивизионында пушка батареяһы орудиеһы командиры булып хеҙмәт итә[1][2].

1944 йылда һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (01.08.1944), III дәрәжә Дан ордены (15.05.1944), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (02.06.1944) менән бүләкләнә[1][2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар