Зөбәйҙуллин Әҡсән Ғимран улы

Зөбәйҙуллин Әҡсән Ғимран улы (1915 йыл, Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Кесе Кәркәле ауылы — 23 февраль 1943 йыл, Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙыларармеецы[1][2].

Биографияһы

Зөбәйҙуллин Әҡсән Ғимран улы 1915 йылда[1], икенсе мәғлүмәт буйынса 1922 йылда[2] Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Кесе Кәркәле ауылында тыуған. Ҡыҙыл Армияға Миәкә район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкында ҡылыссы (уҡсы) булып хеҙмәт итә[1][2].

1943 йылдың 23 февралендә[1], икенсе мәғлүмәт буйынса 1943 йылдың 23 мартында[2] Украина ССР-ының Ворошиловград өлкәһе (хәҙерге Луганск Халыҡ Республикаһы) Чернухино ауылы эргәһендә барған ҡаты һуғыштарҙа хәбәрһеҙ юғала.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар