Зөбәржәт (исем)
Зөбәржәт |
Зөбәржәт — мосолман илдәрендә, фарсыларҙа, ғәрәптәрҙә, татарҙарҙа һәм башҡа төрки халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа таралған ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зөбәржәт башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән ҡатын-ҡыҙ исеме. Зәңгәр төҫтәге аҫыл таш исеменән алынған. Мәғәнәһе аҫыл таштай ҡиммәтле, ҡәҙерле тигәнде аңлата[1][2].
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәнбирҙина Зөбәржәт Нәби ҡыҙы (18 сентябрь 1945 йыл — 9 май 2009 йыл) — шағир, 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006). Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты (2001).
Шәйхисламова Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы — филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусыһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зөбәржәт — үтә күренеп торған асыҡ йәшел төҫтәге аҫыл таш.
«Зөбәржәт» ансамбле («Изумруд») — «Байкал Тулҡыны (Волны Байкала)» татар-башҡорт йәштәр үҙәге базаһында милли йыр һәм бейеү ансамбле.
Зөбәржәт урамы — Өфө ҡалаһы ҡала округы составындағы Жилино (Башҡортостан) ауылындағы (Октябрь районы ҡарамағындағы Нуғай ауыл Советына инә) урам.
Зөбәржәт (йыр) — башҡорт халыҡ йыры бар.
«Зөбәржәт ҡалаһы тылсымсыһы» («Волшебник изумрудного города») — ошо исемдәге әкиәт буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған спектакль.
Зөбәржәт — Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» әҫәрендәге герой.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.}
- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ