Ивченко Евгения Гордеевна
Ивченко Евгения Гордеевна (6 декабрь 1918 йыл, Екатеринбург — 29 март 2005 йыл, Өфө) — химик‑технолог-ғалим. 1954—1982 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1969). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1981).
Биографияһы
Евгения Гордеевна Ивченко 1918 йылдың 6 декабрендә Екатеринбург ҡалаһында тыуған
1941 йылда С. М. Киров исемендәге Урал индустриаль институтын тамамлай (Свердловск).
Институтты тамамлағандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡоролма начальнигы булып эшләй (1954 йыл), 1947 йылдан — цех начальнигы, 1951 йылдан — баш инженер урынбаҫары.
1954 йылдан алып Өфө нефть сәнәғәтенең ғилми-тикшеренеү институтында лаборатория етәксеһе, 1956—1982 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: нефттәрҙең физик‑химик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә һәм асыҡ төҫтәге нефть продукттары (бензиндар, кәрәсиндәр, дизель яғыулығы һ.б.) сифатын күҙаллауға арналған. Ивченко ҡатнашлығында составына һәм сифатына ҡарап нефть эшкәртеүҙең төрлө схемалары, шул иҫәптән авиация бензинына юғары октанлы компонент (изопропилбензол) алыу процесы эшләнә, улар республика НЭЗ‑дарында етештереүгә индерелә.
2005 йылдың 29 мартында Өфө ҡалаһында вафат була
Хеҙмәттәре
60 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 4 моногрфия һәм 1 уйлап табыу авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950).— авиация бензинына юғары октанлы компонент (изопропилбензол) алыу процесы өсөн
- «Почёт Билдәһе» ордены (1948)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1966)
- СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1981).
Һылтанмалар
- Ивченко Евгения Гордеевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 декабрь 2022)
- Энциклопедия Урала 2020 йылдың 5 ғинуар көнөндә архивланған.