1758 йылда Черкасов һәм Виноградов вафат була, 1759 йылдың яҙында Саксониянан саҡырылған оҫта И. Г. Миллер фарфор эшен ҡайтанан юлға һала. Уның етәкселегендә фабрика яңы урынға, Славянка йылғаһы янына күсерелә[5]. 1762 йылда фабрикаға күҙәтеү М.В. Ломоносовҡа йөкмәтелә, әммә шул уҡ йылда уҡ А. В. Олсуфьев идаралығына ҡайтарыла.
1764 йылдың мартынан фабрикала француз Арну, унан һуң Карловский эшләй. 1776 йылда Олсуфьев урынына Н. Г. Теплов килә, ә 1773 йылда фабрика генерал-прокурор А. А. Вяземскийҡарамағына бирелә, ул хужалыҡ өлөшөн алып барыуҙы яҡшырта һәм Европа оҫталарын эшкә саҡырған.
1779 йылда заводтың модельмейстеры вазифаһына француз Жан-Доминик Рашет (Рәсәйҙә Яков Иванович Рашет исемен ала) саҡырыла. Сирек быуат дауамында бында эшләп, ул нәфис фарфор етештереүҙе үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ул үҙенең киң билдәле һәм ҙур тарихи-этнографик һәм художестволы ҡиммәттәренә эйә булған «Рәсәй дәүләте халыҡтары» серияһы (1780 йылдарҙа) менән дан ҡаҙана. Рашет моделдәре буйынса «Арабеска сервизы» (1784) һәм урыҫ фарфор сәнғәтенең башҡа өлгөләре (мәҫәлән, 27 сантиметрлыҡ Екатерина II бюсы) булдырыла. Екатерина II заказы буйынса эшләнгән Арабеска сервизы батша һарайындағы тәүге парад сервиздарҙың береһе була. Ул. 973 предметтан һәм 25000 һумдан ашыу тора[5].
1802 йылда император Александр I указы сығара, уға ярашлы, завод фарфор, Гатчиналағы завод һәм ҡаҙна ҡарамағындағы фаянс заводы Император Ғали Йәнәптәре кабинеты буйһоноуына күсә. Буйһондороуҙы алмаштырыу менән бергә заводта киң масштаблы үҙгәртеп ҡороу үткәрелә. Гатчина фабрикаһы ябыла. Фаянс заводы ла ябыла, уның активы Император фарфор заводы һәм Император быяла заводыараһында бүленә. Шулай уҡ завод эшләгән ваҡытта етештерелгән фарфор изделиелары арзанлатып һатыла[4]. 75000 һумлыҡ бурыс ҡаплатыла, ә завод ҡорамалдарын яңыларына алмаштырыу өсөн 5 йыллыҡ мөҙҙәт менән 20 000 һумлыҡ заём бирелә. Завод мәктәбе һәм мәрмәр оҫтаханаһы ябыла. Завод бер-береһенән бойондороҡһоҙ ике өлөшкә бүленә — һөнәрселек һәм туранан-тура директорға буйһонған хужалыҡ бүлектәренә.
Заводтың яңы етәксеһе Д. А. Гурьев тәжрибәле керамист Ф. Ф. П. Гаттенбергерҙы[6] директор итеп тәғәйенләй һәм Берлин король фарфор заводынан өс өҫтаны — арканист Шульц, механик Шрейберг һәм әйберҙе утта сыныҡтырыусы Зейффертты, модельмейстер Муснерҙы эшкә саҡыра. Улар араһынан тик Зейфферт ҡына заводҡа һиҙелерлек ярҙам күрһәтә. Ул заводтағы ҡайһы бер производство етешһеҙлектәрен атай. Шулай уҡ, иң Сәнғәт академияһынан С. С. Пименов саҡырыла.
1806 йылда Гурьев инициативаһы буйынса фарфор һәм фаянсты сит илдән индереүҙе тыйған закон ҡабул ителә. Әммә был саралар Император фарфор заводының изделиеларын һатыу проблемаһын хәл итмәй, ләкин Рәсәй Империяһы территорияһында башҡа фарфор һәм фаянс етештереүсе производстволарҙың артыуына булышлыҡ итә.
Николай I идара иткән дәүерҙә заводҡа Комаров, П. И. Пенский, В. Е. Галямин, А Д. Озерский, П. А. Языков идара итә.
1880-се йылдарҙа шәхси кешеләргә фарфор һатыу тыйыла. Завод директоры булып Д. Н. Гурьев эшләй, ә Николай II дәүерендә — Н. Б фон Вольф (1910 йыл тиклем), ә 1911 йылдан — Н. В. Струк.
XIX быуат аҙағында император Александр III, император ғаиләһе өсөн бирелгән заказдар буйынса изделие ике данала етештерелергә тейеш, тигән күрһәтмә бирә, сөнки береһе завод музейында ҡалырға тейеш, тип иҫәпләй ул. XХ быуатта, шул иҫәптән совет осоронда ла завод музейын тулыландырып тороу традициялары һаҡлана.
1925 йылда Парижда халыҡ-ара күргәҙмә үткәрелә, йәш Совет иле сәнғәте киң күрһәтелә. Унда Адамович, Чехонин, Данько, Щекотихина, Кобылецкая, Суетин эштәре күрһәтелә. Күргәҙмә йомғаҡтары буйынса завод ҙур алтын миҙалға лайыҡ була. Рәссамдар Р. Ф. Вильде, Н. М. Суетин, А. В. Щекотихин, С В. Чехонин, З. В. Кобылецкая, шулай уҡ скульпторҙар Н. Я. Данько, А. Т. Матвеев, Д. И. Иванов һәм В. В. Кузнецовтар шәхси миҙалдар яулауға өлгәшә.
Заводта традицион урыҫ стиле виртуозы Алексей Воробьевский 60 йылдан ашыу эшләй.
Императорский фарфоровый завод, 1744-1904 / под науч. ред. В. В. Знаменова. — Санкт-Петербург; Москва: Глобал Вью; Санкт-Петербург Оркестр, 2008. — 767 с. — ISBN 5-87685-064-0.
Костяной фарфор ИФЗ (билдәһеҙ) (PDF) С. 25 (28 апрель 2009). Дата обращения: 13 март 2015.