Исламов Илдар Лоҡман улы

Исламов Илдар Лоҡман улы (29 ғинуар 1957 йыл) — педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1995), мәғариф ветераны.

Биографияһы

Илдар Лоҡман улы Исламов 1957 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Байым ауылында тыуған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 32 йыл буйына Әбйәлил районының Байым ауылы мәктәбендә уҡытыусы, директор вазифаларында эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы министрлығының Почёт грамотаһы (1994).
  • VI Бөтә Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсия эше буйынса уҡыу-методик әсбәптар конкурсы лауреаты.
  • Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы лауреаты (2008).
  • «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы лауреаты.
  • Әбйәлил районының И. Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премия лауреаты (2009).

Китаптары

  • Исламов И. Л. География Абзелиловского района. — 2000.
  • Исламов И. Л. Әбйәлил күбәләктәре.— Өфө: ИИЯЛ, 2009. — 138 б.

Иҫкәрмәләр