Исмәғилева Эльза Рауил ҡыҙы

Исмәғилева Эльза Рауил ҡыҙы (рус. Исмагилева Эльза Равильевна; 20 сентябрь 1949 йыл) — ветеринария табибы-ғалим. 1973 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1989 йылдарҙа — ветеринар табип‑рентгенолог. Ветеринария фәндәре докторы (2006).

Биографияһы

Эльза Рауил ҡыҙы Исмәғилева 1949 йылдың 20 сентябрендә Үзбәк ССР-ы[3] Ҡарағалпаҡ АССР-ының[4] Чимбай ҡалаһында тыуған[5].

1966 йылда Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә урта белем һәм өлгөргәнлек аттестаты менән бергә «кесе ветеринар фельдшер» танытмаһы ала.

Ошо уҡ йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға инә һәм «ветеринар табип» квалификацияһы буйынса ошо юғары аграр уҡыу йортон 1971 йылда тамамлай[5].

Әҙәбиәт

◇ Исмагилова Эльза Равильевна : к 70-летию со дня рождения : биобиблиографический указатель / Министерство сельского хозяйства Российской Федерации, Федеральное государственное бюджетное образовательное учреждение высшего образования "Башкирский государственный аграрный университет", Библиотека ; составитель В. Т. Юсупова. — Уфа : Башкирский ГАУ, 2019. — 67 с. : ил. : 21 см — (Ученые Башкирского государственного аграрного университета).; ISBN 978-5-7456-0683-0.