Истамғолов Әмир Мираҫ улы

Истамғолов Әмир Мираҫ улы (5 июнь 1931 йыл — 3 август 2009 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1949—1992 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозы Һамар бүлексәһе механизаторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).

Биографияһы

Әмир Мираҫ улы Истамғолов 1931 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ярлыҡап ауылында тыуа.

Белеме — тулы булмаған урта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1946 йылда «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозының Һамар бүлексәһендә башлай. 1948—1949 йылдарҙа совхозда ойошторолған тракторсылар курсында уҡый. 1949 йылдан — тракторсы-машинист, «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхоздың Һамар бүлексәһе механизаторы.

фиҙаҡәр хеҙмәте менән совхоз буйынса иген культураларының уңышын арттырыуға булышлыҡ итә. Шарттар насар булған 1980 йылда ла хужалыҡ буйынса гектарынан 24,8 центнер иген алына. Унынсы биш йыллыҡта һәр гектарҙан уртаса 20,8 центнер уңыш йыйыла, туғыҙынсы ун йыллыҡта был күрһәткес 17,2 центнер була.

1980 йылда һәм унынсы биш йыллыҡта ауыл хужалығын үҫтереүҙәге, дәүләткә иген һәм ер эшкәртеүҙең башҡа продукттарын етештереү һәм һатыу буйынса социалистик йөкләмәләрҙе арттырып үтәүҙәге әһәмиәтле уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 23 февралендәге Указы менән Әмир Истамғоловҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1991 йылда хаҡлы ялға сыға, 2009 йылдың 3 авгусында вафат була.

Маҡтаулы исмедәре һәм башҡа бүләктәре

Әҙәбиәт

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар