Исхаҡова Альбина Хажим ҡыҙы
Тыуған көнө | 25 ғинуар 1938 (86 йәш) |
---|---|
Гражданлығы | |
Һөнәр төрө | общественная активистка |
Тыуған урыны | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Исхаҡова Альбина Хажим ҡыҙы (рус. Исхакова Альбина Хажимовна; 25 ғинуар 1938 йыл) — спортсы, бейеүсе, йәмәғәтсе. Спорт гимнастикаһы (1958) һәм саңғыла уҙышыу (1959) буйынса Башҡорт АССР-ы чемпионы. Спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1959). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2023). Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» республика конкурсы лауреаты (2011). Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнеүсе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Альбина Хажим ҡыҙы Исхаҡова 1938 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районының Асҡар ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Балалар йортонда тәрбиәләнгән, Өфө ҡалаһындағы 1-се мәктәпте тамамлаған. Спорт менән әүҙем шөғөлләнә, спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы була[1].
Хаҡлы ялда булғанда йәмәғәт эшенә әүҙем ҡушылып китә. Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошмаһы эшендә ҡатнаша, Өфөләге «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгендә «Өләсәйҙәр мәктәбе» етәксеһе була.
Тормош юлдашы Исхаҡов Фәнис Ғәйнетдин улы менән Камилә һәм Арыҫлан исемле балаларҙы тәрбиәгә алып үҫтерәләр, бының өсөн улар 2008 йылда «Иң яҡшы аҫрау ғаилә» тигән исемгә лайыҡ була һәм махсус премия менән бүләкләнә[2].
72 йәшендә бейеү башҡарып республика «Байыҡ» телевизион конкурсы лауреаты, 2010—2011 йылдарҙа Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт фестивале призеры була[1] .
«Тамыр» телестудияһының «Тамыр» өләсәйе" тигән абруйлы махсус исеменә лайыҡ булған. 79 йәшендә хәләле Фәнис Ғәйнетдин улы менән ГТО нормаларын үтәп, алтын значоктар яулай[3].
2017 йылда «Урал» галереяһында үҙе етештергән ҡул эштәренән шәхси күргәҙмә үткәрә.
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индереүен билдәләп, Альбина Хажим ҡыҙын Почёт грамотаһы менән бүләкләгән.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһына лайыҡ була[4].
Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
YouTube сайтында Видео Исхакова Альбина
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Презентация выставки декоративно-прикладного искусства Альбины Исхаковой «Я люблю… Яратам» 2019 йылдың 7 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ В Уфе определили победителей конкурса «Лучшая замещающая семья столицы Башкортостана-2008»
- ↑ 80-летние супруги из Уфы получили золотой значок ГТО
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 6 марта 2023 г. N УГ-148 «О награждении Почетной грамотой Республики Башкортостан». Сайт «Система ГАРАНТ» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 август 2024)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- В Уфе открывается выставка хранителя народных традиций Альбины Исхаковой. ИА «Башинформ», 22 августа 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 август 2024)
- Презентация выставки декоративно-прикладного искусства Альбины Исхаковой «Я люблю… Яратам» 2019 йылдың 7 ноябрь көнөндә архивланған.
- Юная "бабушка «Тамыра»