Ишемғолов Дамир Нуретдин улы
Ишемғолов Дамир Нуретдин улы | |
---|---|
Тыуған көнө | 1 февраль 1943 (81 йәш) |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы[1] Хәйбулла районы Бәләкәй Әбеш ауылы |
Гражданлығы | СССР → Рәсәй Федерацияһы |
Жанр | пейзаж, портрет, натюрморт |
Уҡыу йорто | Өфө сәнғәт училищеһы |
Маҡтаулы исемдәре | Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001) |
Ишемғолов Дамир Нуретдин улы (1 февраль 1943 йыл) — рәссам. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дамир Нуретдин улы Ишемғолов 1943 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының[1] Хәйбулла районы Бәләкәй Әбеш ауылында тыуған.
1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (педагогтары Л. Ф. Мугтобаров, К. П. Чаругин) тамамлай.
1975—1995 йыл эшләй. Башҡортостан ижади-производство комбинатында рәссам булып эшләй, 1996 йылдан — Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы.
Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Рәссамдың картиналары башҡорт ауылының көнкүрешенә, башҡорт фольклорына арналған: "Йәйге көн үҙәге " (1986), «Далала» (1990), «Бесән өҫтө» (1992), «Йәйге аш-һыу бүлмәһе» (1992), «Хәйерле кис, Фатима өләсәй» (1992), «Ғаилә» (2008), «Әбеш» (2012). Башлыса неопримитивизм стилендә эшләй.
Ишемғолов Дамир Нуретдин улы — 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының рәссамдар союзы ағзаһы, 1995 йылдан алып — «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы. Ул — «Һары бейә» («Желтая кобыла») художество төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе (1989).
Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Силәбе өлкә картиналар галереяһында, Новосибирск дәүләт художество музейында, Марий Эл Республикаһының республика һынлы сәнғәт музейында (Йошкар-Ола), «Эстер» Галереяһында (Екатеринбург), Башҡортостан Республикаһы милли сәйәсәт һәм мәҙәниәт Министрлығы янындағы «Урал» ГНИ-да (Өфө), Туймазы тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Туймазы ҡалаһы, Башҡортостан Республикаһы) һаҡлана.
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Бушап ҡалған ауыл» (1977), «Бесән өҫтө» (1988), «Юғалған кәзәне эҙләү», «Корбан» (1991). «Тәүлек» («Сутки»), «Тышаулы ат» (1991), «Атай-әсәй иҫтәлегенә» (1993), «Реквием» (1994). «Шишмә» (2000), «Үҙ-үҙеңде яндырыу» («Аутодафе») (1995—1999), «Баҡсала (ҡоҙоҡ менән пейзаж)».
Натюрморт «Һары самауыр» (1999), "Кәрзиндәге сирень " (2012), «Тыуған йорт» (2012).
Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ишемғолов Дамир Нуретдин улы — 1986 йылдан алып художество күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.
Өфөлә шәхси күргәҙмә (1996).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ишемғолов Дамир Нуретдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2021)
- http://www.shrb.ru/painting/ishemgulov.htm
- Ишемгулов, Дамир Нуритдинович . ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Дата обращения: 4 апрель 2017. 2017 йылдың 26 апрель көнөндә архивланған.
- http://artageless.com/damir-ishemgulov-paintings-and-drawings-2-623
- http://ufagallery.ru/?p=500
- 1 февралдә тыуғандар
- 1943 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Хәйбулла районында тыуғандар
- РУВИКИ:Статьи о художниках без портретов
- РУВИКИ:Статьи о художниках без иллюстраций на Викискладе
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусылары
- Башҡортостан рәссамдары
- СССР рәссамдары
- Өфө рәссамдары
- Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамдары